Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2019, 14:05

Уларҙы ашамауың хәйерлерәк...

Нисек кенә тәмле булмаһын, ҡайһы бер аҙыҡтың организмға зыяны бик ҙур, хатта уларҙың яман шешкә сәбәпсе булыуы мөмкин, ти онколог-табиптар. Түбәндә күрһәтелгән аҙыҡтарҙы тәбиғи ризыҡ, дөрөҫ үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән алмаштырырға кәрәк.

Нисек кенә тәмле булмаһын, ҡайһы бер аҙыҡтың организмға зыяны бик ҙур, хатта уларҙың яман шешкә сәбәпсе булыуы мөмкин, ти онколог-табиптар. Түбәндә күрһәтелгән аҙыҡтарҙы тәбиғи ризыҡ, дөрөҫ үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән алмаштырырға кәрәк.
Газлы эсемлектәрҙең күбеһендә күп миҡдарҙа шәкәр булыуҙан тыш, канцероген матдә – 4MEI –метилимидазол бар. Ул һаулыҡҡа бик насар тәьҫир итә.
Ҡыҙҙырылған ҡыҙыл ит – бик тәмле ризыҡ, тик рак барлыҡҡа килеүҙә сәбәпсе булыуы мөмкин. Юғары температурала ҡыҙған ит тимергә тейгән ваҡытта канцероген матдә барлыҡҡа килә. Был матдә иттең химик һәм молекуляр төҙөлөшөн үҙгәртеп, һаулыҡ өсөн зарарлыға әүерелә.
Микротулҡынлы мейестә әҙерләнгән попкорн. Май һәм ҡаймаҡ еҫе сыҡһын өсөн диацетил ҡулланыла. Ул юғары температураға дусар булғанда кеше өсөн зарарлы һөрөмгә әйләнә.
Консерваланған аҙыҡ-түлек. Ҡалай банкаларҙың эсе, пластик һауыттар Бисфенол-А эстрогены менән ҡапланған була. Ул организм өсөн бик хәүефле.
Ҡайһы бер үҫемлек майҙары. Мәҫәлән, үҫкәндә көнбағыш ауыр металдар, гербицид, пестицид, кадмий кеүек зарарлы матдәләр менән эшкәртелһә, унан һығылған май ҙа зарарлы. Пальма майы 44 процент пальметин кислотаһынан тора, ул холестеринды күтәрә. Уларҙы тәбиғи рәүештә йылытылмай һығып алынған зәйтүн йәки рапс майы менән алмаштырып була.
Яһалма үҫтерелгән балыҡ. Улар тиҙ ҙурайһын, ауырымаһын өсөн фермерҙар антибиотик һәм пестицидтар ҡуллана. Был химикаттар балыҡ ите менән кеше организмына үтеп инһә, бик насар тәьҫир итә.
Яһалма тәмләткестәр химик ингредиенттарҙан тора. Улар организмда хәүефле токсиндарға бүленә.
Рафинадланған он күп химик эшкәртеүгә юлыға, шунлыҡтан файҙаһы ҡалмай. Ондоң аҡлығын калий бароматы ярҙамында алалар. Ул зарарлы. Рафинадланған он составы буйынса крахмалға яҡын. Углевод бик тиҙ шәкәргә тарҡала.
Пестицидтар менән эшкәртелгән бысраҡ йәшелсә-емеш. Пестицид менән рак ауырыуының туранан-тура бәйләнеше барлығы күптән иҫбатланған.
Эшкәртелгән ит аҙыҡтары: сосиска, бекон, колбаса, ветчина һ.б. Оҙаҡ һаҡланһын, тәмле булһын өсөн уларҙы әҙерләгәндә тоҙ, нитрат, нитрит, канцероген матдәләр ҡулланыла. Кеше организмына эләгеп, улар ашҡаҙан-эсәк яман шеше барлыҡҡа килтерә, бөтә ҡан системаһының эшмәкәрлеген боҙа.
Картуф чипсыһы, фри картуфы. Уларға күп яһалма тәмләткестәр ҡушыла, өҫтәүенә зарарлы майҙа ҡыҙҙырыла.
ГМО аҙыҡтар. Улар ген инженерияһы ярҙамында, йәғни химик эшкәртелеп үҫтерелә.
Алкоголде күп ҡулланыусылар тамаҡ, мейе, ашҡаҙан, йыуан эсәк, һөт биҙҙәре яман шешенә дусар булыуы мөмкин.
Рафинадланған шәкәрҙәге глюкоза эшкәртелгәндә тиҙ тарҡала һәм рак күҙәнәктәрен туйындыра, үҫтерә.
Транс-майҙар. Маргариндың һаҡлау ваҡытын оҙонайтыу өсөн химик эшкәртеү үткәрелә. Был ваҡытта йылытылған йомшаҡ майға юғары баҫым менән водород молекулалары индерелә. Шуның һөҙөмтәһендә ул ҡатылана, оҙаҡ һаҡлана, тик һаулыҡҡа ҙур зыян килтерә.
Ҡурылған, ыҫланған ит, шашлыҡ. Төрлө тәмләткестәр һыланған ит тимергә тейеп, канцероген төтөн менән ыҫлана. Ә ул һөҙөмтәлә организмдың күҙәнәктәрен зарарлай.
Өй шарттарында сифатһыҙ тоҙланған, консерваланған йәшелсә-емеш. Ул беҙгә ботулизм менән янай, ә ул рак барлыҡҡа килтереүгә сәбәп. Уны даими ашағанда эсәк, ашҡаҙан аҫты биҙе, йомортҡалыҡ яман шеше барлыҡҡа килеүе бик ихтимал.
Читайте нас: