Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Декабрь 2019, 13:00

100 йәш уҡытыусыға – 600 мең һумлыҡ грант

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “2019 йылда Башҡортостан Республикаһында ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар биреү тураһында” ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “2019 йылда Башҡортостан Республикаһында ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар биреү тураһында” ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Был документҡа ярашлы, республиканың ауыл мәктәптәрендә эшләгән 100 йәш уҡытыусы билдәләнгән исемлек раҫланды. Уларҙың барыһы ла – Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән, уҡытыусы тигән изге һөнәрҙе һайлаған йәштәр.
Грант тураһында Указ быйыл 11 июндә ҡабул ителгәйне. 600 мең һум күләмендәге матди ярҙам ауыл уҡытыусыһы булырға ҡарар иткән йәш белгестәр өсөн ҙур дәртләндереү сараһы булып тора.
Салауат районы:
1) Зөлфиә Борханова. Янғантау ауылы мәктәбе.
2) Альбина Ниғәмәтова. Мәсетле ауылы мәктәбе.
Мәсетле районы:
1) Әлфирә Ғәлиәсҡәрова. Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы.
2) Эльвира Ғәлләмова. Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы.
3) Эльза Кинйәбаева. Әжекәй ауылы мәктәбе.
4) Светлана Рәхимова. Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы.
5) Алина Солтанова. Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы.
Ҡыйғы районы:
1) Ләйсән Нәбиуллина. Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се мәктәбе.
2) Зинира Нуриева. Солтан ауылы мәктәбе.
Дыуан районы:
1) Татьяна Калинина. Таҙтүбә ауылы мәктәбе.
2) Анастасия Тростинская. Таҙтүбә ауылы мәктәбе.
3) Алена Хамзина. Ләмәҙ ауылы мәктәбе.
Балаҡатай районы:
1) Гөлнара Мәүлитбаева. Кирәкәй ауылының “Ләйсән” башланғыс мәктәбе- балалар баҡсаһы.
https://npa.bashkortostan.ru/26233/
Читайте нас в