Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Декабрь 2019, 19:15

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Күпләп билмән эшләү осоро килеп етте. Һеҙгә бик шәп билмән ҡамыры тәҡдим итәбеҙ/

Күпләп билмән эшләү осоро килеп етте. Һеҙгә бик шәп билмән ҡамыры тәҡдим итәбеҙ:
Кәрәк була:
- 1 ст. газлы минераль һыу
- йомортҡа 1 шт
- тоҙ 0, 5 балғ.
- шәкәр 0, 5 ч.л.
- көнбағыш майы 4 аш ҡ.
- он 4 ст. (әҙерәк тә мөмкин)
Әҙерләү:
Табаҡта ондан башҡаһын ҡушып болғайбыҙ. Яйлап он өҫтәй барып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ялтырап, һағыҙланып торорға тейеш.Ҡулға ла, өҫтәлгә йәбешмәй. Был ҡамырҙан эшләнгән билмәнде һыуҙа ла, мейестә лә бешерергә һәм быҡтырырға ла була. Шулай уҡ, әгәр йомортҡа ҡушмаһағыҙ, чебурек өсөн дә бына тигән ҡамыр килеп сыға. Аштарығыҙ тәмле, тормоштарығыҙ йәмле булһын!
Читайте нас: