Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Декабрь 2019, 12:00

Әсәйҙәр төймә кеүек

“Әсәйҙәр төймә кеүек, бөтә нимәне тотоп тора”. Ҡайһылай дөрөҫ һүҙҙәр. 11 декабрь республиканың иллегә яҡын күп балалы әсәһе “Әсәлек даны” миҙалын алды. Награданы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тапшырҙы.

“Әсәйҙәр төймә кеүек, бөтә нимәне тотоп тора”. Ҡайһылай дөрөҫ һүҙҙәр. 11 декабрь республиканың иллегә яҡын күп балалы әсәһе “Әсәлек даны” миҙалын алды. Награданы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров тапшырҙы.
Шулай уҡ ике ғаиләгә “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалы ла тапшырылды. Был ҙур наградаға Дүртөйлө районынан туғыҙ бала тәрбиәләгән Лариса менән Борис Первушиндар һәм парашют спорты буйынса һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы Алексей Бурениндың атаһы Александр Буренин лайыҡ булды.
Андрей Назаров әсәйҙәргә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Уларҙы лайыҡлы наградалары менән ихлас ҡотланы, республикала күп балалы ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Гүзәл заттар башлыса Архангел, Баймаҡ, Дыуан, Благовар, Нуриман райондарынан, Сибай, Өфө, Октябрьский ҡалаларынан ине.
Дыуан районынан юғары награданы Анфиса Ҡазыханова, Розалия Фәтхинурова, Людмила Камалтдинова, Анна Прахова алды.
В Уфе наградили многодетных мам. Их нелегкий труд отметили медалью «Материнская слава», к ней также полагается денежная премия. Высокой награды удостоились 4 представительниц прекрасного пола Дуванского района: Казыханова Анфиса Хакимовна, Фатхинурова Розалия Варисовна, Камалтдинова Людмила Александровна, Прахова Анна Павловна.
Читайте нас: