Мәскәүҙә бүләкләү тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров юғары награда алды. Башҡортостан халыҡтың тауыш биреү йомғаҡтары һәм эксперт советы эше һөҙөмтәләре буйынса беренсе булды.
Бына беҙҙең Спорт министрлығынан бер нисә һан:
— республикала йәшәүселәрҙең 43% (ярты миллиондан ашыу кеше) даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә;
— беҙҙә 11 899 спорт ҡоролмаһы эшләй (һәм уларҙың һаны арта);
— спортсыларыбыҙ 1 068 миҙал яулаған (әммә ҡайһы ваҡыт эсендә икәнен белмәйбеҙ);
— быйыл Өфөлә 53-сө Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары, VI Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһы һәм башҡа ҙур спорт саралары ойошторолдо.