Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Декабрь 2019, 11:25

Милли проект: яңы мәҙәниәт үҙәктәре төҙөлә

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында һәм Салауат районы Мөрсәлим ауылында яңы мәҙәниәт усаҡтары төҙөлә.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында һәм Салауат районы Мөрсәлим ауылында яңы мәҙәниәт усаҡтары төҙөлә.
Түбәнге Ҡыйғыла 150 кешегә иҫәпләнгән мәҙәниәт йорто төҙөлә. Объекттың хаҡы - 41 миллион һум. Бина яңы социаль үҙәк булараҡ һалына. Бында Түбәнге Ҡыйғы халҡы ғына түгел, ә күрше ауылдарҙан да йөрөйәсәктәр. Төҙөлөш был йыл аҙағына тамамланырға тейеш.
Салауат районының Мөрсәлим ауылында ла ҙур мәҙәни үҙәк һалына. Ул 200 тамашасы һыйҙырасаҡ. Бинала китапхана, түңәрәктәр өсөн бүлмәләр ҙә буласаҡ. Яҙ башында төҙөлә башлаған объектты ла ошо йыл һуңына сафҡа индерергә ниәтләйҙәр.
Төҙөлөштәр ағымдағы йыл һуңына тамамланырға тейеш.
Читайте нас: