Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Декабрь 2019, 19:00

Пенсияла кем күпме йәшәй?

Кеше пенсияға сыҡҡанндан һуң уртаса нисә йыл йәшәгәнен белеү өсөн тикшереү үткәргәндәр. Асыҡланыуынса, Рәсәйҙә ирҙәр пенсияға сыҡҡандан һуң уртаса 7,5 йыл йәшәй.

Кеше пенсияға сыҡҡанндан һуң уртаса нисә йыл йәшәгәнен белеү өсөн тикшереү үткәргәндәр. Асыҡланыуынса, Рәсәйҙә ирҙәр пенсияға сыҡҡандан һуң уртаса 7,5 йыл йәшәй.
Ҡатын-ҡыҙ пенсияла ир-атҡа ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек оҙағыраҡ, йәғни 22,6 йыл. Бары Ингушетияла ирҙәр пенсияға сыҡҡас та байтаҡ ғүмер кисерә – 18,6 йыл. Унан ҡала Дағстан (15 йыл ) һәм Мәскәү (14,4 йыл) килә. Тувала ирҙәрҙең ғүмер оҙайлығы ҡыҫҡа, пенсияла ни бары 1,3 йыл ғына йәшәйҙәр. Иркутск һәм Йәһүд автономиялы округы ирҙәре лә, ҡатындары ла пенсияға сыҡҡандан һуң, уртаса 3,2 һәм 3,4 йыл ғына йәшәй.
Ингушетия ҡатын-ҡыҙҙары хаҡлы ялға сыҡҡас, тағы ла утыҙ йылға тиклем ғүмер кисерә. Саха-Яҡут һәм Мурманск өлкәһе аҫыл заттары ла уларҙан әллә ни ҡалышмай.
Читайте нас: