Өфө ҡыҙы – билдәле мода белгесе, Беренсе каналдағы “Модный приговор” тапшырыуын алып барыусы Эвелина Хромченконан кәңәштәр.
Эвелина Хромченконың исеме мода, шоу-бизнес, журналистика донъяһында яҡшы таныш. Ул 13 йыл рәттән “L'Officiel” журналының рус телендә нәшер ителгән вариантының баш мөхәррире вазифаһын башҡара. 2007 йылдан Беренсе каналдағы “Модный приговор” ток-шоуын алып бара. Даими рәүештә зауыҡлы кейенеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, лекциялар уҡый. Әйткәндәй, 2013 йылдан Эвелина Леонидовна Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында ла уҡыта.
Яҡынлашып килгән Яңы йыл айҡанлы яҡташыбыҙ биргән кәңәштәр, моғайын, күпселек гүзәл заттар өсөн ҡыҙыҡлы булыр.
Йәтеш кенә ҡара күлдәк – бер ҡасан да моданан сыҡмай торған кейем. Ул еңһеҙ, асығыраҡ яурынлы “футляр” йәки затлы гипюр булыуы ла ихтимал. Байрам айҡанлы һайлаған кейемегеҙ карьерағыҙға ҡамасаулап ҡуймаһын. “Әгәр хужағыҙ ҡатын-ҡыҙ затынан икән, унан матурыраҡ булырға тырышмағыҙ. Бының эҙемтәһе насар булыуы ихтимал”, - ти Эвелина. Былтырғы байрамға кейгән күлдәгегеҙ ни тиклем ныҡ оҡшаһа ла, уны кейергә тырышмағыҙ. Әгәр яңы аксессуарҙар өҫтәп, сәсегеҙгә прическа яһап ебәрһәгеҙ, хеҙмәттәш ирҙәр быны, бәлки, шәйләмәҫ тә, ә бына ҡатын-ҡыҙҙар шунда уҡ иҫләйәсәк. Әгәр артыҡ аҡса сығарғығыҙ килмәһә, айырым деталдәргә иғтибарҙы арттырығыҙ. Мәҫәлән, киң ялтыр ҡайыш, зауыҡлы муйынсаҡ таҡһағыҙ, ғәҙәти аҡ блузка менән ҡара юбка ла бик тә байрамса төҫ аласаҡ. Әйткәндәй, ҡайыштар бөгөн модала. Мотлаҡ прическа, макияж, маникюр эшләтегеҙ. Йылына бер тапҡыр килгән байрамда былар өсөн аҡса йәлләмәгеҙ. Туфлиға ныҡ иғтибар итегеҙ. Әгәр хәлегеҙҙән килһә, байрамса образығыҙға ярашлы итеп яңыны һатып алырға тырышығыҙ. Ҡыҙыл төҫ менән бик һаҡ булығыҙ. Теләйһегеҙме-юҡмы, ул иғтибарҙы нығыраҡ йәлеп итәсәк. Шулай ҙа ҡыҙылдан кейенергә йөрьәт итһәгеҙ, тырнаҡтарығыҙҙы тәбиғи төҫкә буяғыҙ, үтә күренмәле йәки ҡуйы ҡыҙыл (бордовый) помада һайлағыҙ. Мода белгесенән һуңғы кәңәш: байрам барышында кейемегеҙ хаҡында уйламаһағыҙ, тимәк, барыһы ла урынында. Кейем һеҙҙән өҫтөн булмаһын, ул һеҙгә хеҙмәт итергә тейеш. “Аргументы и факты” мәғлүмәттәре файҙаланылды.