Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Башҡорт телен яратам” интернет-конкурсында Дыуан районы республика лицей-интернаты тәрбиәләнеүселәре “Театрлаштырылған күренеш” йүнәлешендәге ижади бәйгелә беренсе урын яуланы.
Һеҙҙең иғтибарға лицей-интернат тәрбиәләнеүселәре тарафынан сәхнәләштерелгән төбәгебеҙ ҡомартҡыһы - "Уҙаҡ-туҙаҡ - балабәшнәк ярсығы" эпосын тәҡдим итәбеҙ.
“Башҡорт телен яратам” ижади конкурсын социаль селтәрҙәрҙә дүрт йүнәлеш буйынса: “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Мин башҡортса уҡыйым”, “Театрлаштырылған күренеш”, “Матур яҙыу дәфтәре” башҡортса текстар марафоны рәүешендә барҙы.
Конкурсына олоһо ла, кесеһе лә ҡушылды. 500-гә яҡын эш ҡаралды. Ваҡытында ебәрелгән һәм бәйге талаптарына яуап биргән бар эштәрҙе жюри ағзалары тикшерҙе һәм еңеүселәр билдәләне.
"УҘАҠ-ТУҘАҠ - БАЛАБӘШНӘК ЯРСЫҒЫ" ЭПОСЫ ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ ЭПИК ҠОМАРТҠЫҺЫ
Уны фольклорсы Н. Д. Шоңҡаров 1981 йылда Мәсетле районы Йонос ауылында уҡытыусы-пенсионер Рәшит Минһаж улы Әхтәровтан яҙып алған. Эпос өс телгә тәржемә ителгән. "Уҙаҡ-туҙаҡ-балабәшнәк ярсығы" эпосы Әйле ырыуы вәкиленән яҙып алыныуы осраҡлы түгел, сөнки был ырыу башҡорттарынының сығышы туранан-тура печенег-оғуз ҡәбиләләре менән бәйле. Был эпос Башҡортостандың Мәсетле, Балаҡатай райондары әйле башҡорттарында киң таралған булған. Бындай эпос башҡа төрки халыҡтар фольклорында ла, славян, уғыр халыҡтары ижадында ла юҡ. Боронғо печенегтар тураһында был эпос уникаль күренеш.