Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Декабрь 2019, 14:00

Духовкала ит

Уны әҙерләү өсөн 500-700 грамм һөйәкһеҙ ит йәки балыҡ, ике помидор, 100 грамм ҡаты сыр, тоҙ, борос, тәмләткестәр, ә өҫтәлгә ҡуйғанда биҙәр өсөн йәшеллек, ҡара зәйтүн емеше кәрәк буласаҡ.

Уны әҙерләү өсөн 500-700 грамм һөйәкһеҙ ит йәки балыҡ, ике помидор, 100 грамм ҡаты сыр, тоҙ, борос, тәмләткестәр, ә өҫтәлгә ҡуйғанда биҙәр өсөн йәшеллек, ҡара зәйтүн емеше кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә итте һәйбәтләп йыуып киптерәбеҙ. Шунан киҫәктәргә ҡырҡабыҙ, ләкин өҙөп сығарғансы түгел. Тоҙ, борос, тәмләткестәр һибәбеҙ. Һәр бер ҡатына киҫәкләп туралған помидор менән сыр ҡыҫтырабыҙ. Майланған ҡурғашҡа урап, 50 минутҡа 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуябыҙ. Ҡурғашын алғас өҫтө алһыуланғансы тағы ла 10 минут мейестә тотабыҙ.
Артабан тәрилкәгә һалып салат япрағы йәки укроп һәм зәйтүн емеше менән биҙәйбеҙ ҙә өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: