Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Декабрь 2019, 13:55

Туған тел

Мин халҡымдың сәскә күңеленәнБал ҡортондай ынйы йыямын,Йыямын да — йәнле ынйыларҙанХуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.


Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Илe юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Рәми Ғарипов.
Читайте нас: