Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2019, 18:55

ҮҪМЕРҘЕ ЭТТӘР ҮЛТЕРГӘНМЕ?

Ҡот осҡос хәбәр: Өфөнөң Орджоникидзе районында тимер юлы буйында 14 йәшлек үҫмерҙең теткеләнеп бөткән мәйете табылған. Әле полиция был фажиғәнең осон эҙләй. Малайға эттәр ташланған тигән фекерҙә улар.

Хужаһыҙ эттәрҙең кешегә һөжүм итеүе тәүге хәл түгел. Быға тиклем дә бындай күңелһеҙ ваҡиғалар булып торҙо.
Әйткәндәй,Өфөлә 30 мең тирәһе берҙәк эттәр иҫәпләнә. Үкенескә ҡаршы, уларға ҡаршы эш әүҙем бара тип әйтеп булмай. Закон уларҙы юҡ итергә ҡушмай. Хужаһыҙ дуҫтарыбыҙ өсөн махсус интернаттар булдырыу хаҡында һөйләһәк тә, әлегә һүҙҙән ары китә алмайбыҙ. Ҡала урамдарында өйөр-өйөр йөрөгән эттәр балаларға ғына түгел, ололар өсөн дә ҙур хәүеф тыуҙыра.
Читайте нас в