Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2019, 15:00

Шыршы “ғүмере” бик-бик аҙ ғына...

Шыршы һайлағанда олононоң нисек ҡырҡылыуына, ағастың төҫөнә иғтибар итегеҙ. Әгәр ҡырҡылған урын ҡарайып торһа, шыршығыҙ һеҙҙе оҙаҡ ҡыуандырмаҫ. Яңы киҫелгән йәшел ҡупшыҡайҙың ботаҡтары һығылмалы була, ә оҙаҡ һаҡланған, туңған, ҡорой башлаған ағастыҡы үҙенсәлекле тауыш сығарып һына. Шыршы үтә ныҡ ҡоро булһа, ул бер-ике көн эсендә ҡойола башлай. Дөрөҫ әҙерләнгән ылыҫлы ағастың энәләре бер аҙ майлы, асыҡ йәшел төҫтә һәм хуш еҫле булыуы менән айырыла.

Һуңғы йылдарҙа күп ғаиләләр йорт түренә Яңы йыл биҙәге итеп яһалма шыршы ҡуйыуға күсте. Берҙән, уңайлы – бер тапҡыр һатып алаһың да йыл һайын ҡулланаһың. Икенсенән, күптәр быны изге эш, йәғни тәбиғәтте һаҡлауға өлөш индереү тип тә ҡарай. Әммә мотлаҡ хуш еҫле урман ҡупшыҡайын ҡуйыуға өҫтөнлөк биреүселәр ҙә юҡ түгел.
Шыршы һайлағанда олононоң нисек ҡырҡылыуына, ағастың төҫөнә иғтибар итегеҙ. Әгәр ҡырҡылған урын ҡарайып торһа, шыршығыҙ һеҙҙе оҙаҡ ҡыуандырмаҫ. Яңы киҫелгән йәшел ҡупшыҡайҙың ботаҡтары һығылмалы була, ә оҙаҡ һаҡланған, туңған, ҡорой башлаған ағастыҡы үҙенсәлекле тауыш сығарып һына. Шыршы үтә ныҡ ҡоро булһа, ул бер-ике көн эсендә ҡойола башлай. Дөрөҫ әҙерләнгән ылыҫлы ағастың энәләре бер аҙ майлы, асыҡ йәшел төҫтә һәм хуш еҫле булыуы менән айырыла.
Әгәр шыршы һалҡын урында оҙаҡ һаҡланһа, уны шунда уҡ йылы өйгә алып инмәгеҙ. Температураның ҡырҡа үҙгәреүе урман һылыуҡайының “ғүмере"н ҡыҫҡарта. Шуға күрә тәүҙә соланға, подъезға йәки балконға ҡуйып тороғоҙ.
Байрам биҙәге булған пихтаның йәки шыршының “ғүмере"н оҙонайтыр өсөн уны дымлы ҡом һалынған биҙрәгә урынлаштырығыҙ. Бер биҙрә ҡомға бер литр һыу алына, алдан бер нисә таблетка аспиринды иҙеп ҡушырға ла мөмкин. Шыршы ултырған ҡомға ике көнгә бер тапҡыр һыу ҡойоп тороғоҙ. Ә йәш ҡарағайҙы ағастан эшләнгән ҡулайламаға беркетһәгеҙ ҙә була. Дөрөҫ һайланған һәм урынлаштырған ылыҫлы ҡупшыҡай һеҙҙе кәм тигәндә ике аҙна ҡыуандырасаҡ.
Тағы ла бер кәңәш: шыршыны рәсми рәүештә эшләгән баҙарҙарҙан ғына һатып алығыҙ, урам буйында осраҡлы кешенән алып, браконьерҙарҙы байытмағыҙ.
Читайте нас: