Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2019, 22:40

Сорғотта башҡорттар күберәкме әллә?

Йәш, дәртле, талантлы Заһир Зәйнетдин Сорғоттағы тамашасыларына ниндәй маҡтау һүҙҙәре әйткән? Йырсы Талҡаҫта нисек ял иткән?

Йәш, дәртле, талантлы йырсы Заһир Зәйнетдиновтың эстрада киңлектәрендә үҙ юлын тапҡанын беләбеҙ - уның “ZAINETDIN ethno” шоу-проекты Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң танылды, милләттәшебеҙҙең дәрт-дарманлы концерттарына йәше лә, ҡарты ла ихлас йөрөй.
Быйыл көҙ Заһир башҡорт бейеүе буйынса флешмоб ойоштороп та танылыу яуланы. Был сара халыҡҡа бик оҡшаны, бейеүселәр республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Европанан, хатта Американан да башҡорт бейеүен видеоға яҙҙырып ебәрҙе.
“ZAINETDIN ethno” шоу-проектын милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙә лә бик көтөп алалар. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Зәйнетдиндең командаһы Сорғотта сығыш яһаған. Йырсы социаль селтәрҙәрҙә: “Мин һеҙҙән был тиклемде көтмәгәйнем. Ике концерт – икеһендә лә зал шығырым тулы! Туған моңдарға ныҡ һыуһағанһығыҙ! Хатта Сорғотта башҡорттар Өфөгә ҡарағанда күберәк йәшәйме икән әллә, тип уйлап ҡуйҙым. Музыканың сиктәре юҡ, рәхмәт тамашасыларыма!”, – тип яҙған уйынлы-ысынлы.
Заһирҙың социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы блог алып барыуы, тормошондағы мәлдәр менән бүлешеүе лә мәғлүм. Мәҫәлән, ул гастролдәр араһында нисек Талҡаҫта ял иткәнен төшөрөп, көйәрмәндәрен шатландырған.
Дәртле милләттәшебеҙгә артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Видеолар З. Зәйнетдиновтың шәхси архивынан.
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Sor-otta-bash-orttar-k-ber-kme-ll-41685/
Читайте нас: