Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2019, 11:10

"Башҡорт ихаталары" программаһы беҙгә уңайлы мөхит бүләк итәсәк

БР Хөкүмәтенең 16 декабрҙәге оператив кәңәшмәһендә “Башҡорт ихаталары” программаһын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Быйыл башланған төҙөкләндереү эштәре, әлбиттә, киләһе йылда ла дауам итәсәк. Программа алты йылға иҫәпләнгән. Уның төп маҡсаты – халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

БР Хөкүмәтенең 16 декабрҙәге оператив кәңәшмәһендә “Башҡорт ихаталары” программаһын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Быйыл башланған төҙөкләндереү эштәре, әлбиттә, киләһе йылда ла дауам итәсәк. Программа алты йылға иҫәпләнгән. Уның төп маҡсаты – халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу.
Вице-премьер – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һүҙҙәренсә, был программа буйынса эш системаһы, хаталар һәм тәжрибәләр менән бергә, булдырылды. Әммә маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшелмәгән әле.
Быйыл 400 ихата биләмәһе төҙөкләндерелергә тейеш ине. Бөгөнгә 346 ихатала ремонт тулыһынса башҡарылған, тағы 44-ендә эш дауам итә. Шулай итеп, 390 ихата төҙөкләндерелде, тип иҫәпләргә була. 1,8 млрд һум аҡса үҙләштерелгән.
Программаны үтәмәүҙең төп етешһеҙлектәре: яуаплыларҙың аныҡ ваҡытта эште тамамларға әҙер булмауы, проекттарҙы ваҡытында өлгөртмәү, килешеүҙәрҙе, смета документтарын сифатһыҙ эшләү, подрядсы ойошмаларҙың контракт буйынса эшләп еткермәүе.
Бөтә етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, 2020 йылға эш планы күҙалланған.
28 февралгә бөтә муниципалитеттар ҙа смета документацияһын раҫларға тейеш.
1 мартҡа килешеү өсөн һатып алыуҙар башлана (торги).
1 майҙан да ҡалмай, төҙөкләндереү эштәре башланырға тейеш.
30 октябрҙә 2020 йыл өсөн эштәр тамамлана.
БР Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйылғы етешһеҙлектәрҙе ҡабатламаҫ өсөн һәм ҡайһы муниципалитетта эш өҙөклөгө була, уларға финанслауҙы кәметергә кәрәк.
Программаны ғәмәлгә ашырыуға етди иғтибар итеү мөһим.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ort-ihatalari-programma-i-be-g-u-ayli-m-hit-b-l-k-it-s-k-40789/
Читайте нас: