Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2019, 18:50

Иң ҙур бүләк – яҡташтарының рәхмәте

Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы клубында яҡташ шағирәбеҙ Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр бәйгеһе уҙҙы. Мәҙәниәт усағы ауылдаштар, балалар менән тулы ине. Сәхнә шағирәнең “Ерем, телем, динем” тигән шиғырынан алынған һүҙҙәр менән биҙәлгән.Сара барышында олоһо ла, кесеһе лә Зөлфиәнең шиғырҙарын, ижадын белеүен һәм яратыуын күрһәтте. Бәйгеселәрҙең иң кесеһенә - 3, иң өлкәненә 79 йәш ине.

Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы клубында яҡташ шағирәбеҙ Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр бәйгеһе уҙҙы. Мәҙәниәт усағы ауылдаштар, балалар менән тулы ине. Сәхнә шағирәнең “Доға ҡылам” тигән шиғырынан алынған һүҙҙәр менән биҙәлгән.
Сара барышында олоһо ла, кесеһе лә Зөлфиәнең шиғырҙарын, ижадын белеүен һәм яратыуын күрһәтте. Бәйгеселәрҙең иң кесеһенә - 3, иң өлкәненә 79 йәш ине.
Ил тормошо, ғаилә, тәбиғәт, ауыл халҡы, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, үҙ биографияһы, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуы, үткәндәргә үкенмәй, хәҙерге тормошҡа шөкөр итеүе, киләсәккә тәүәкәллеге – барыһы ла сағылдырылған уның ижадында.
Әҙәби бәйге төрлө йәш тәркөмдәрендә уҙҙы. Һөҙөмтәлә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында беренсе урынға Ҡаракүлдән Ангелина Садиҡова (етәксеһе Д. Әхмәтйәнова) лайыҡ булды. Икенсе урында – Арыйҙан Самира Садиҡова (З. Ғәлимова), өсөнсөлә – Иҫке Хәлилдән Диана Мөхәмәтйәнова (Р. Естехина).
1-4-се класс уҡыусылары араһында Дыуан районы Республика лицей-интернатынан Аида Йомағужинаға (З. Мөһөрбанова) етеүсе булманы. Арыйҙан Арина Ғатауллина (А. Сәғәҙәтова) икенсе урынға сыҡты, Дыуан мәктәбенән Полина Рухтина ( С. Сәғитова) һәм Иҫке Хәлилдән Динара Исмәғилова (А. Әхмәҙиева) өсөнсө урынды бүлеште.
5-9-сы класс уҡыусылары араһында беренсе урынды Арыйҙан Лилиә Харрасова (Э. Баһаутдинова) яуланы. Икенсе урынды Арыйҙан Айгизә Ғәйфуллина (А. Сәғәҙәтова) һәм Республика лицей-интернатынан Илнара Байышева (Г. Баева) бүлеште. Өсөнсөлә – Мәсәғүт гимназияһынан Лилиә Тәүәкәлова ( А. Байышева) һәм Иҫке Хәлилдән Эльза Шәрипова ( Р. Мөхәмәтйәнов). Гран-приға Республика лицей-интернатынан Диана Йоманиязова лайыҡ булды (Г. Баева).
Үҙ шиғырҙарын һөйләүҙә Иҫке Хәлил мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Айназа Ямалова (С. Зарипова) беренселекте яуланы.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәре араһында Дыуан ауылынан Светлана Сәйетоватоваға етеүсе булманы. Иҫке Хәлилдән Регина Естехина – икенсе, Фәриҙә Хужина – өсөнсө урына.
Өлкәндәр араһында беренсе урынды Әбдрәшит ауылынан ейәнсәре Эмилия Ғәйфуллина менән сығыш яһаусы Сәлимә Әхәтова еңеү яуланы. Арый ауылынан Регина Әхмәтғәлина ҡыҙы Заррина менән – икенсе урында. Ҡаракүл ауылынан Гөлназ Хәмиҙуллина – өсөнсө урында.
Яҡташыбыҙ Зөлфиәнең һәр бер шиғыры: ике юллыҡмы, дүрт юллыҡмы, поэмамы – эстәлекле, уйландыра, тормошто яратырға өндәй. Хәлил ауылы, халҡы, матур тәбиғәте ниндәй талантлы шағирә үҫтергән! Сарала ҡатнашыусы һәр кемдең йөҙөндә яратабыҙ һине, һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ тигән хистәр сағылды.
Сараны ойоштороусы район мәғариф бүлеге методисы И. Мөхәмәтоваға, Иҫке Хәлил ауылы мәктәбе директорына, башҡорт теле уҡытыусыларына, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Р. Бәҙретдиноваға, клуб хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтлебеҙ.
С. Хафизова.
Ветеран-уҡытыусы.
Дыуан районы.
Читайте нас: