Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2019, 14:00

Инвалидтарға эш кәрәк

Республикала инвалидтарҙың хеҙмәткә хоҡуҡтары нисек күҙәтелә? Ошо мөһим мәсьәлә буйынса Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында асыҡ тыңлауҙа фекер алышыу ойошторолдо.

Республикала инвалидтарҙың хеҙмәткә хоҡуҡтары нисек күҙәтелә? Ошо мөһим мәсьәлә буйынса Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында асыҡ тыңлауҙа фекер алышыу ойошторолдо.

Министрлыҡ үҙенең вәкәләттәренә ярашлы билдәләнгән квота сиктәрендә инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуҙы контролләй һәм күҙәтә. Өҫтәүенә уларҙың социаль, инженер һәм транспорт инфраструктураларынан файҙаланыу мөмкинлеген дә иғтибар үҙәгендә тота. Ошо йылдың 11 айында эш биреүселәр тарафынан ебәрелгән хаталар, закон нормаларын боҙоуҙар тураһында министрлыҡтың сектор мөдире Айҙар Биктаев һөйләне. Быға күп осраҡта закондағы төп асыҡлаусы ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ аңламау сәбәпсе.

Эшһеҙ граждандарҙы социаль яҡлау, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелде. Быйыл бындай асыҡ тыңлауҙар Бәләбәй һәм Күмертау ҡалаларында уҙҙы, эш биреүсе һәм етәкселәр менән берлектә ун семинар-кәңәшмә үткәрелгән.
* * *
Республикала 268 мең инвалид йәшәй, шуларҙың 251 меңе хеҙмәткә һәләтле йәштә. Рәсәйҙәге кеүек үк 18 йәштән өлкән инвалидтар һаны кәмей, ә инвалид балалар һаны арта.

Пенсия фонды мәғлүмәттәренән күренеүенсә, августа 74 мең инвалидтың 16,5 меңе эшкә урынлаштырылған. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, III төркөм инвалидтарының күпселеге эш менән мәшғүл – 82 процент. Әлеге көндә мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә 1199 инвалид тора.

Эш урындарына квоталар булдырыу инвалидтарҙы хеҙмәткә йәлеп итеүҙә этәргес көс икәнлеген эш биреүселәр яҡшы аңлай. Әле шундай квоталы эш урындарына ете меңдән ашыу инвалид урынлаштырылған.
Читайте нас: