Эйлестан
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2019, 14:30

Түләүҙе туҡтатыуҙары мөмкин

Рәсәй Пенсия фондында әйтеүҙәренсә, әгәр граждан аҡса алыу буйынса теркәлеү осрағын раҫламаһа, пенсия түләүҙе туҡтатыуҙары мөмкин. Был хаҡта “Российская газета” хәбәр итә.

Рәсәй Пенсия фондында әйтеүҙәренсә, әгәр граждан аҡса алыу буйынса теркәлеү осрағын раҫламаһа, пенсия түләүҙе туҡтатыуҙары мөмкин. Был хаҡта “Российская газета” хәбәр итә.

Бындай хәл ышаныс ҡағыҙы буйынса пенсионер урынына башҡа кеше аҡса алған осраҡта тыуа. Сара бик мөһим, тип иҫәпләйҙәр Пенсия фондында, ул законһыҙ рәүештә аҡса үҙләштереүҙе туҡтатасаҡ. Йыш ҡына өлкән кеше вафат булғандан һуң да пенсияны алыу осраҡтары дауам итә.

Әгәр ҙә пенсионер Пенсия фонды идаралығына үҙе килә алмаһа, уның мобиль клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, пенсияны өйҙә алыу осрағын раҫлатыу мөмкинлеге бар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: пенсияны ышаныс ҡағыҙы буйынса башҡа кешенең дә алыуы мөмкин. Ошо осраҡта “Страховка пенсиялары тураһында”ғы Закон пенсионерҙан йылына бер тапҡыр аҡса алыу буйынса теркәлеү осрағын раҫлауҙы талап итә.
Читайте нас: