Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2019, 11:30

Киләһе йыл 91 ФАП сафҡа индерелә

2020 йылда Башҡортостанда яңы 91 фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2020 йылда Башҡортостанда яңы 91 фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Министр әйтеүенсә, авария хәлендәге 72 ФАП-ты алмаштырыу күҙаллана, шуларҙың 57-һен – федераль ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә. Адреслы республика инвестиция программаһы нигеҙендә 13 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Тағы ла алты ФАП “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программаһына ярашлы һалына.
Радий Хәбиров яңы пункттарҙы медицина персоналы менән ваҡытында тәьмин итеү зарурлығын билдәләне. Һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһын үҫтереүгә килгәндә, Максим Забелин 2020 йылға Адреслы республика инвестиция программаһында 31 объект төҙөүгә һәм проектлауға биш миллиард һум аҡса бүленәсәге тураһында хәбәр итте. Улар иҫәбенә онкология диспансерының һәм кардиология үҙәгенең, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының, Октябрьскийҙағы 1-се дауахананың яңы корпустары, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы поликлиникаһы, Салауат ҡала дауаханаһы инә.
Кардиология үҙәгенең хирургия корпусын һәм Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса бүлеү мәсьәләһен Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән тикшерергә ниәтләй.
Читайте нас: