“Ҡала тормошон ауылға алыштырыуыбыҙға үкенмәйбеҙ”, – ти Ямалетдиновтар.
Ҡыйғы районында крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, уңышлы ғына эшмәкәрлек алып барған фермерҙар бихисап. Шөкөр, уларҙың күптәре төрлө программаларҙа ҡатнашып, дәүләттән аҡсалата ярҙам алыуға ла өлгәшкән. Мәҫәлән, Туғыҙлы ауылынан Лилиә менән Айҙар Ямалетдиновтар, эшмәкәрлектәрен 2019 йылда ғына башлауҙарына ҡарамаҫтан, районда билдәлелек яулап та өлгөргән.
Айҙар Ринат улы бала саҡтан техника менән дуҫ була, болт, гайка, деталдәрҙән төрлө механизмдар ҡорорға ярата. Атаһы ла, улының техникаға тартылыуын күреп, дәртләндереп-ҡеүәтләп кенә тора. Егет тәүҙә велосипед, аҙаҡ мотоцикл ремонтларға әүәҫләнеп ала, атаһына һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Машинала йөрөргә өйрәнгәс, водитель таныҡлығына уҡып сыға. Атаһы менән бергәләп автомобилдәргә “йән” өрә башлайҙар. Атаһы Ринат ағай “тимер йәнле” кеше була, элекке “Ҡыйғы” совхозында водитель булып эшләгән улына төрлө кәңәштәрен бирә. Мәктәпте тамамлағас, Айҙар уҡырға ҡайҙа барырға тип күп уйланып тормай, документтарын Башҡортостан дәүләт аграр университетының механика факультетына тапшыра. Юғары уҡыу йортон, магистратураны уңышлы тамамлай егет.
Ҡатыны Лилиә Радик ҡыҙы – Хәйбулла районынан. Ул да аграр университеттың агрономия факультетын тамамлаған. Йәштәр студент саҡта уҡ танышып, өсөнсө курста ғаилә ҡоралар. Бөгөн йәш ғаилә атай йортонда йәшәй, Шамил һәм Ришат исемле ул тәрбиәләйҙәр.
– Уҡыуҙы тамамлап ҡайтҡас, әлбиттә, эш табыуы еңелдән булманы. Әммә бала саҡтан ауылда тыуып үҫкәнгәме, атай-әсәй менән кәңәшләштек тә, үҙ эшебеҙҙе булдырырға уйлап, фермер хужалығы ойошторорға йөрьәт иттек, – ти йәш фермерҙар. – Етмәһә, атайҙың фермер хужалығы бар ине. Шуға ла район хакимиәтенән дә ошо тармаҡҡа иғтибар итергә тәҡдим яһағастар, һис икеләнеүһеҙ, фермерлыҡҡа тотондоҡ.
Тәүҙә Лилиә Радик ҡыҙы исеменә крәҫтиән (фермер) хужалығы асалар, аҙаҡ Айҙар Ринат улы ла үҙ хужалығын булдыра. Тәүге көндәрҙә Айҙарҙың атаһы Ринат ағай уларға төп кәңәшсе, таяныс була. Шуныһы ҡыуаныслы: яңы ғына эш башлаған фермерҙарға район хакимиәте лә ярҙам күрһәтә, “Л.Р. Ямалетдинова” крәҫтиән (фермер) хужалығы Стартап программаһында ҡатнашып, “Кесе эшҡыуарлыҡҡа башланғыс стадияла ярҙам” грантын алыуға өлгәшә. 250 мең һум күләмендәге ярҙамға ғаилә бестужев тоҡомло йәш таналар һатып ала. Ошо уҡ йылда уларға тағы ла өс миллион һум күләмендә грант алыу бәхете йылмая. Иткә аҫраған һыйыр малын артабан үҫтереү өсөн тотона улар был аҡсаны. Бынан тыш трактор, пресс-йыйғыс, 15 тоҡомло тана һатып алалар.
Әлегә фермерҙар 100 гектар ерҙе ҡуртымға алып эшкәртәләр. Киләсәктә ер майҙанын арттырып, күп йыллыҡ үлән сәсергә уйлайҙар.
– Ауыл хужалығы техникаһы етерлек, атайым менән тәгәрмәсле ЮМЗ-6 тракторы ҡороп алдыҡ, уға КУН-10 тейәгесен дә яһағанбыҙ, роторлы сапҡыс, бесән йыйғыс һәм бесәнде рулонға төрөүсе ПР-145С йыйғысыбыҙ бар, – ти Айҙар Ринат улы. – Малсылыҡтан тыш, картуф һәм йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнергә лә уйлайбыҙ, ауыл хужалығы кооперативына инергә иҫәп тотабыҙ.
Йәш фермерҙарҙың киләсәккә уй-хыялдары байтаҡ, элекке “Ҡыйғы” совхозының һөтсөлөк фермаларын һатып алып, ремонт үткәреп, һыйыр малдарының һанын да арттырырға иҫәп тоталар.
– Ауылда йәшәү күптәр өсөн ауырға төшһә, беҙ ҡала тормошон ауылға алыштырыуыбыҙға үкенмәйбеҙ, киреһенсә, беҙгә бында оҡшай, – ти Ямалетдиновтар. – Хәҙер интернет селтәре бар, унан кәрәкле мәғлүмәтте таба алабыҙ. Күп функциялы мәҙәниәт үҙәге эшләй, бында ла күңелең теләгән шөғөлдө табырға була. Беҙ тормошта дөрөҫ юл һайланыҡ һәм тыуған еребеҙҙә эшләргә әҙербеҙ.
Ҡыйғы районы.