Бөгөн Өфөлә «Төҙөүсе» стадионы янында рәсми рәүештә Шорт-трек үҙәге асылды. Спорт объекты республиканың 100 йыллығына федераль һәм төбәк бюджеттары иҫәбенә төҙөлгән. Унда ябыҡ һырғалаҡ, хореография, тренажер залдары, массаж, кейенеү бүлмәләре һәм башҡа биналар бар.
Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, киләсәктә үҙәк Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарын ҡабул итергә мөмкин.
«Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡты физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә әүҙем йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы, — тип билдәләне республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров. — Бөгөн үҙәкте асыу менән беҙ юғары кимәлдәге ярыштар уҙғарыуға дәғүә итә алабыҙ. Был спортты популярлаштырыу күҙлегенән бик мөһим».
Шорт-трек үҙәген төҙөү 2012 йылда уҡ башланды һәм бер нисә тапҡыр туҡтатылды. Эштәр бер йыл элек тергеҙелде.