Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Декабрь 2019, 17:55

Владимир Путин быйылғы матбуғат конференцияһында рекорд ҡуйырмы?

Әлеге ваҡытта Дәүләт башлығы Владимир Путин ҙур матбуғат конференцияһын үткәрә. Был мөһим сара Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә үтә.Кремелдән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл конференцияға журналистарҙың рекордлы һаны аккредитация үткән – 1895 кеше. Әйткәндәй, былтырғыһы ла хәбәрселәр һаны буйынса рекорд ҡуйғайны, унда 1702 кеше ҡатнашты.

Әлеге ваҡытта Дәүләт башлығы Владимир Путин ҙур матбуғат конференцияһын үткәрә. Был мөһим сара Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә үтә.
Кремелдән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл конференцияға журналистарҙың рекордлы һаны аккредитация үткән – 1895 кеше. Әйткәндәй, былтырғыһы ла хәбәрселәр һаны буйынса рекорд ҡуйғайны, унда 1702 кеше ҡатнашты.
Ғәҙәт буйынса, Владимир Путиндың матбуғат конференциялары бер нисә сәғәт дауам итә. Мәҫәлән, былтыр ул журналистар менән 3 сәғәт 43 минут аралашып, 61 һорауға яуап биргәйне. Аналитиктар шуны ла һанаған, дөйөм алғанда унда Владимир Владимирович 16677 һүҙ әйткән. Рекордтарға туҡтап, тағы шуны әйтке килә, конференцияларҙың иң ҡыҫҡаһы – 1 сәғәт 35 минут дауам итһә (беренсеһе), иң оҙоно 2008 йылда булған. Унда дәүләт башлығы 4 сәғәт 40 минут буйы журналистар һорауҙарына яуап биргәйне.
Һорауҙарға килгәндә, улар ҡағиҙә булараҡ йәшәйешебеҙҙең барлыҡ өлкәләренә лә ҡағыла. Рәсәйҙең эске һәм тышҡы сәйәсәтенә ҡағылышлылары күп була. Шулай уҡ Владимир Путиндың шәхси тормошона бәйлеләре лә бирелә.
Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, Владимир Путин был конференцияларға кәмендә өс көн дауамында әҙерләнә.
Читайте нас в