Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Декабрь 2019, 18:00

Ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

«Ике пункт та типовой проект буйынса төҙөлгән. Биналар һалҡын һәм йылы һыу менән тәьмин ителгән, канализация үткәрелгән, елләтеү системаһы ҡуйылған, электр ярҙамында йылытыла. Фельдшер һәм процедура кабинеттарынан тыш, бында акушер һәм санитар-көнкүреш бүлмәләре лә бар», — тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Дүртөйлө районында Сарлаҡ һәм Тәкәрлек ауылдарында ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшшләй башланы. Дөйөм алғанда, бында 900-гә яҡын кешене, шул иҫәптән балаларҙы хеҙмәтләндереү күҙ уңында тотола.
«Ике пункт та типовой проект буйынса төҙөлгән. Биналар һалҡын һәм йылы һыу менән тәьмин ителгән, канализация үткәрелгән, елләтеү системаһы ҡуйылған, электр ярҙамында йылытыла. Фельдшер һәм процедура кабинеттарынан тыш, бында акушер һәм санитар-көнкүреш бүлмәләре лә бар», — тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттары Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылды.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, декабрь башында Баймаҡ районының Семеновка ауылында ла ошондай модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ эшен башланы. Был районда фельдшер-акушерлыҡ пункты 300-ләгән кеше йәшәгән ике тораҡ пунктты хеҙмәтләндерә.
Читайте нас в