Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Декабрь 2019, 17:00

Ағымдағы уҡыу йылына БДИ тапшырыу графигы раҫланды

БДИ - 2020 кампанияһында сит телдәргә инглиз, француз, немец, испан һәм ҡытай телдәре инә.РФ Мәғариф министрлығы һәм Рособрнадзор ҡарарына ярашлы, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу буйынса төп осор 2020 йылдың 25 майында башланасаҡ һәм 16 июндә тамамланасаҡ.

БДИ - 2020 кампанияһында сит телдәргә инглиз, француз, немец, испан һәм ҡытай телдәре инә.
РФ Мәғариф министрлығы һәм Рособрнадзор ҡарарына ярашлы, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу буйынса төп осор 2020 йылдың 25 майында башланасаҡ һәм 16 июндә тамамланасаҡ.
25 май — география, әҙәбиәт, информатика;
28 май — рус теле;
1 июнь — база һәм профиль математика;
4 июнь — тарих, физика;
8 июнь — йәмғиәтте өйрәнеү, химия;
11 июнь — сит телдәр (телдән яуап биреүҙән тыш), биология;
15, 16 июнь — сит телдәр (телдән яуап биреү).
Былтыр төп ағымда БДИ-ны 750 мең уҡыусы тапшырған.
Ә ваҡытынан алда тапшырыу ағымы 20 марттан башланасаҡ. Былтыр 27 мең кеше ошо ысулды һайлаған, улар - экстерндар, колледж, техникумды тамамлаусылар, сит ил мәктәбе сығарылыш уҡыусылары һ.б.
Читайте нас в