Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Декабрь 2019, 18:00

«Керәшен һыуыҡтары» эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

XXVI «Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. 2020 йылдың конкурс миҙгелен асҡан тәүге бәйге 23-25 ғинуарҙа Бөрөлә уҙғарыла.

XXVI «Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. 2020 йылдың конкурс миҙгелен асҡан тәүге бәйге 23-25 ғинуарҙа Бөрөлә уҙғарыла.
Ҡатнашыуға эстрада йырын яңғыҙ башҡарыусылар, эстрада йыры ансамблдәре, хореография коллективтары (эстрада һәм заманса хореография), инструменталь һәм вокаль-инструменталь коллективтар саҡырыла.
Программала: фестивалде тантаналы асыу, «Эстрада йыры», «Эстрада бейеүе» һәм «Эстрада музыкаһы» номинацияларында конкурс ҡарауҙары. Сараның финалында — ике сағыу гала-концерт.
Фестиваль-конкурс 1995 йылда «Керәшен һыуыҡтары» популяр музыка фестивале булараҡ башланған. Ул йәш һәм һәләтле башҡарыусыларҙы, ижади коллективтарҙы асыҡлауға, үҙешмәкәр халыҡ ижадында эстрада музыкаһы һәм бейеү жанрын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө районы хакимиәте.
Ғаризалар 2020 йылдың 20 ғинуарына тиклем [email protected],[email protected] электрон адрестарына ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: Өфөлә: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20, 8-987-103-48-44 – Наталья Михайловна Кондакова. Бөрөлә: 8 (34784) 2-29-96 — Елена Михайловна Мухаметдинова. 8 (34784) 3-15-60 — Валентина Владимировна Юрченко.
Читайте нас в