Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Декабрь 2019, 18:00

Радий Хәбиров Яңы йыл каникулдарында мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарырға ҡушты

БР Хөкүмәтендә уҙған бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алдағы оҙайлы ялдарҙа республикала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар мәшғүл булырлыҡ саралар ойошторорға бурыс ҡуйҙы. Уңайлыҡ өсөн һәр район-ҡала административ үҙәгендә үтәсәк саралар "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталында «Яңы йыл календары — 2020» бүлегенә һалынған.

Саралар "Башҡортостан - спорт, туризм, мәҙәниәт һәм һаулыҡ биләмәһе" девизы аҫтында үтәсәк.

БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, республикала төрлө саралар күпләп үтәсәк. Музейҙар эшләйәсәк, уларға бушлай үтергә мөмкин буласаҡ, экскурсиялары түләүле.
Календарҙа һәр район-ҡалала, ауыл биләмәләрендә үтәсәк байрамдар теҙмәһе менән танышырға мөмкин.
Читайте нас в