Ә бына химик кәнфиттәр менән ағыуланып, балалар хатта реанимацияға эләгә икән. Бигерәк Яңы йыл осоронда бәләкәй пациенттар бермә-бер арта, ти табиптар. Химик кәнфит ул – ауыҙға алһаң шартлай, төҫөн үҙгәртә һәм башҡа. Интоксикация тән температураһын күтәрә, баланың ҡоҫҡоһо килә, ә ата-әсәләр быны вирус йәки инфекция тип уйлай. “Татлы ағыуланыу” осрағында барлыҡ химикатты организмдан тиҙ арала сығарып бөтөргә кәрәк. Быны сорбент ярҙамында башҡарырға мөмкин.