Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Декабрь 2019, 12:15

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө

Һәр дәүләттең бөтөнлөгөн һаҡлап торған төп документы була. Рәсәй ҡанаты аҫтына һыйынған Башҡортостан Республикаһы ла был йәһәттән бәхетле, сөнки уның үҙаллылығын күрһәткән Конституцияһы бар. Бынан 26 йыл элек, йәғни 1993 йылдың 24 декабрендә, Башҡортостандың Төп законы ҡабул ителә. Илебеҙ ауыр ваҡыттар кисергән осорҙа беҙҙең республика үҙенең төп документын ҡабул итеп, илдәге федерализмды яҡлауға тәүгеләрҙән булып үҙ өлөшөн индереүе менән дә ҡәҙерле был көн.

Һәр дәүләттең бөтөнлөгөн һаҡлап торған төп документы була. Рәсәй ҡанаты аҫтына һыйынған Башҡортостан Республикаһы ла был йәһәттән бәхетле, сөнки уның үҙаллылығын күрһәткән Конституцияһы бар. Бынан 26 йыл элек, йәғни 1993 йылдың 24 декабрендә, Башҡортостандың Төп законы ҡабул ителә. Илебеҙ ауыр ваҡыттар кисергән осорҙа беҙҙең республика үҙенең төп документын ҡабул итеп, илдәге федерализмды яҡлауға тәүгеләрҙән булып үҙ өлөшөн индереүе менән дә ҡәҙерле был көн.

Мәғлүм булыуынса, Юғары Советтың ХII саҡырылыш эшмәкәрлеге Башҡортостан яҙмы­шында хәл иткес роль уйнаған сәйәси-хоҡуҡи документтар әҙерләү һәм ҡабул итеү менән билдәләнә. Улар иҫәбендә Дәүләт суверенитеты тураһында декларация, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы, шулай уҡ йәмғиәт тормошонда һәм Башҡортостандың закондар системаһын булдырыуҙа мөһим роль уйнаған башҡа норматив-хоҡуҡи акттар бар.

Башҡортостан Конституцияһы нормаларына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай барлыҡҡа килә, Президентлыҡ институтын ойоштороуға нигеҙ һалына.

Башҡортостан Республикаһы Конститу­цияһы төбәк биләмәһендә демократик хоҡуҡи дәүләттең һәм социаль йүнәлештәге иҡтисадтың нигеҙҙәрен нығыта. Республи­каның төп документын ҡабул итеү менән йәмғиәтебеҙ тормошонда тәүге тапҡыр күп партиялылыҡ, ирекле һайлауҙар, Конституция суды, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил, Контроль-иҫәп палатаһы кеүек төшөнсәләр барлыҡҡа килә. Республикала мировой судьялар институты ойошторолоп, уңышлы эшләй.

Әлбиттә, 26 йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тексы үҙгәрештәр кисерҙе. Мөһим өҫтәмәләр 2006 йылдың июнендә индерелде. Улар илдә власть вертикален нығытыу буйынса башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу, Рәсәй субъекттарының юғары вазифалы кешеләренә вәкәләттәр йөкмәтеү тәртибен үҙгәртеү, муниципаль реформа үткәреү менән бәйле индерелде. Әммә 1993 йылғы Конституцияның фундаменталь положениелары һаҡланған. Конституцияның яңы редакцияһы төп идеяларҙың күсә­гилешлеген, республика хоҡуҡ системаһын төҙөүҙең төп принциптарын һаҡлауҙы, Рәсәйҙә дәүләт бөтөнлөгөн һәм дәүләт власы берҙәм­леген тәьмин итеүҙе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы вәкәләттәренең юридик нигеҙләнгән нисбәтен, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларын күҙәтеүҙе нығытты. Бөгөн дә Башҡортостандың Конституцияһы республикала йәшәгән төрлө милләт халҡын ойоштороп, яҡлап, киләсәген тәьмин иткән төп документ булып ҡала.

Бөгөн байрам айҡанлы республикала төрлө саралар, уҡыусылар һәм студенттар менән осрашыуҙар ойошторола. Башҡортостандың Конституция Суды Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайҙа Рәсәй һәм Башҡортостан Конституциялары көнөнә “Рәсәй Федерацияһы Конс­титуцияһы һәм Рәсәй Федерацияһы субъект­тары конституциялары (уставтары): тормошҡа ашырыу юлдары” темаһына “түңәрәк өҫтәл” уҙғарыу ҡаралған. Унда Рәсәй Федерация­һының конституциялы-хоҡуҡи үҫешендәге йүнәлештәрҙе, конституцион нормаларҙы ғәмәлгә ашырыу һорауҙарын, кеше һәм граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм иреклеген тәьмин итеү мәсьәләһе тикше­реләсәк. Сарала Башҡортостандың Конс­титуция Суды нәшер иткән “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына – 25 йыл: һөҙөмтәләр һәм үҫеш перспективалары” китабының презентацияһы ла буласаҡ.
Читайте нас: