Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Декабрь 2019, 18:00

Дауалаусы тармаҡ дауалауға мохтаж

Табиптар, дарыухана хеҙмәткәрҙәре, башҡа төр һауыҡтырыу ойошмаларының эшмәкәрлеге бер ҡасан да үҙ ағышына ҡуйылманы, һәм улар һәр саҡ дәүләт контролендә. Был аңлашыла ла: һөнәре кеше һаулығына һәм ғүмеренә туранан-тура ҡағылышлы булған учреждениеларҙың эше үтә яуап­лы. Ә тикшереү сараларын Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең (“Росздравнадзор”) Башҡортостан буйынса төбәк органы башҡара.

Табиптар, дарыухана хеҙмәткәрҙәре, башҡа төр һауыҡтырыу ойошмаларының эшмәкәрлеге бер ҡасан да үҙ ағышына ҡуйылманы, һәм улар һәр саҡ дәүләт контролендә. Был аңлашыла ла: һөнәре кеше һаулығына һәм ғүмеренә туранан-тура ҡағылышлы булған учреждениеларҙың эше үтә яуап­лы. Ә тикшереү сараларын Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең (“Росздравнадзор”) Башҡортостан буйынса төбәк органы башҡара. Һуңғы осорҙа, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, был хеҙмәт эшмәкәрлегенең әһәмиәте лә артты.


Өс йүнәлеш. Өсөһө лә мөһим

Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ошо учреждение етәксеһе Динара Ғәшимова коллективтың 2017 – 2019 йылдарҙағы эшмәкәр­леге тураһындағы отчет менән сығыш яһаны һәм депутаттарҙың һорау­ҙарына яуап бирҙе.

Федераль башҡарма власть органы булған был ойошманың эшмә­кәрлеге өс төп йүнәлештә бара: 1) медицина хеҙмәт­лән­дереүенең хәүефһеҙлеге һәм сифатына дәүләт контроле; 2) дарыу менән тәьмин итеүгә контроль; 3) сауҙала медицина тауарҙарының әйләнешен тикшереп тороу.

Уларҙың тәүгеһе граждандарҙың үҙ һау­лығын һаҡлауға хоҡуғы ҡа­нуниәттә ҡа­рал­ған мөмкинлектәргә тура киләме-килмәйме икәнен контролләүгә ҡайтып ҡала. Был күҙәтеү һәм даими тикшереүҙәр бөтә төр милектәге медицина учреждениеларына ҡағыла, ләкин фәҡәт Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған тәртиптә генә башҡарыла ала.

ФАП-тар иғтибарҙан ситтә ҡалмай

“Контроль шулай уҡ ауыл ерендәге медицина учреждениеларына ла ҡағыла. Республикала 2074 фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, был – Рәсәй төбәктәре ара­һында иң күбе тип әйтергә мөмкин. Әммә шуныһы бар: 117 медпунктта ошо урынға берке­телгән медицина хеҙмәткәре юҡ, 82 пункт икенсе бер ойошмалағы медицина хеҙмәт­кәренең ярҙамсы эш урыны булып тора. Бынан тыш, күпселек ФАП-тарҙы кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләһе бик ҡырҡыу тора. Әгәр ҙә дауалау өсөн көндәлек йыһаздар ҙа етешмәй икән, эштең сифаты тураһында күпме генә һөйләһәк тә, дауаның яҡшы һөҙөмтә биреүенә өлгәшеү бик ҡыйын”, – тине ведомство етәксеһе.

Тикшереүҙәр шулай уҡ оло йәштәгеләр өсөн диспансерлаштырыу үткәреүҙә лә етешһеҙлектәр булыуын асыҡлаған. Был кәмселек­тәр арҡаһында йөрәк-ҡан тамыр­ҙары һәм онкология сирҙәре таралыуға юл ҡуйыла. Айырыуса күсмә комплекстар ярҙамында үткәрелгән диспансерлаштырыу кимәленең түбән булыуы күҙәтелә. Ғөмүмән алғанда, үткәрелгән тикшереүҙәрҙең 35 проценты медицина хеҙмәтләндереүенең тейешле стандарттарға тура килмәүен асыҡлай. Улар иҫәбендә сирлегә иғтибарҙың тейешле кимәлдә булмауын, ваҡытында ярҙам күрһәтел­мәүен, дауаханалар һәм поликли­никаларҙа санитаркалар етешмәүен һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙың штатта ла ҡаралмауын һәм башҡаларҙы күрһәтергә мөмкин.

Улар йылдан-йыл арта

– Һаулыҡ һаҡлау сифатының иң мөһим үлсәмдәренең береһе – халыҡтан медицина учреждение­ларының һәм табиптарҙың эшенә ҡарата килгән мөрәжәғәттәр һаны, – тине Динара Тимербай ҡыҙы. – Һуңғы ике йылда ошо өлкәлә граждандарҙан 3 600-ҙән ашыу ялыу килде. Шуныһын да билдә­ләмәй булмай: медицина хеҙмә­тенең сифатына һәм дарыу менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы ялыуҙар һаны йылдан-йыл арта. Ошо осорҙа был ялыуҙар буйынса 1800 граж­данға медицина хеҙмәтләнде­ре­үенә ҡағылышлы ярҙам күрһәтелде, 1500-ҙән ашыу кешегә дарыу буйынса таш­ла­малы хаҡҡа хоҡуғы ҡайтарып бирелде. Бы­йылғы 1 июлдән алып граждандарҙың һау­лыҡ һаҡлау буйынса хоҡуғы боҙолоуҙа ғә­йепле медицина хеҙмәткәрҙәренә административ яза биреү мөмкинлеге ҡулланыла.

Төбәк органының эшмәкәрле­гендә медицина ойошмаларында инвалидтарға һәм физик мөмкин­леге сикләнгән граждан­дарға ярҙам итергә тейешле ҡорамалдар булыу­ҙы тикшереү ҙә мөһим йүнәлеш булып тора. Дауаханалағы инженер­лыҡ һәм транспорт инфра­струк­тураһы ошондай граждандарға медицина ярҙамы алыуға мөмкинлек бирмәгән йәки ҡамасаулаған хәлдә, Рәсәй Административ кодексының күптән түгел ҡулланыла башлаған 9.13-сө статьяһына ярашлы, вазифалы кешеләргә яза биреү ҡаралған.

Дауалау ҡорамалдары булмауы йәки уларҙың стандарттарға тап килмәүе фельдшер-акушерлыҡ пункттарында ғына түгел, ә башҡа медицина учреждениеларында ла осраштыра. Ҡорамалдар менән тәьмин ителеүҙә тәүге табиплыҡ ярҙамы күрһәтеү звеноһы төп әһәмиәткә эйә тип танылған һәм контроль барышында был да иҫәпкә алынмай ҡалмай.

Табыш түгел, ә һаулыҡ

Һуңғы бер-ике йылда пластик хирургия менән шөғөлләнгән медицина учреждениеларына ла иғтибар арта төштө. Күптән түгел, Рәсәй Хөкүмәтенең махсус ҡарарына ярашлы, илдең барлыҡ төбәктәрендә лә ошо йүнәлештә эшләгән клиникаларҙа тикшереү үткәргәндәр икән. Ни тиһәң дә, ҡайһы бер түләүле дауалау ойошмалары табыш артынан ҡыуыуҙы төп урынға ҡуя. Башҡортостанда ошо төр дауалау хеҙмәте менән 36 клиника шөғөлләнә. Тикшереү уларҙа сифатһыҙ йәки ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан дарыуҙар файҙала­нылыуын, иҫкер­гән ҡорамалдар менән эшләүҙәрен асыҡ­лаған. Контроль үткәреү йомғаҡтары бер нисә осраҡта бындай клиникаларҙың эш­мәкәрлеген суд ҡарары менән туҡтатыуға ла нигеҙ булған, һөҙөмтәлә барлығы 280 ва­зифалы кеше яуаплылыҡҡа тартты­рылған.

– Тимәк, күрелгән саралар һө­ҙөм­тәһендә бындай учрежде­ние­ларҙың халыҡтың һаулығына зарар килтереүе ихтималлы­ғына юл ҡуйылманы, – ти Динара Ғәшимова.

Был хеҙмәт түләүһеҙ булырға тейеш

Ауырлы ҡатындарға һәм яңы тыуған сабыйҙарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифаты ошо федераль хеҙмәттең республика органының айырым эш йүнәлеше булып тора. Йыш ҡына йөклө ҡатын-ҡыҙҙы түләүле клиникаға тикшереү үткәрергә ебәреүҙәре асыҡлана, ә быға юл ҡуйылырға тейеш түгел. Дәүләткә ҡараған, йәғни түләү­һеҙ хеҙмәтләндергән медицина учреждениеларында бындай пациенттарҙы тикше­реүҙең тулы спектрын башҡармауҙары, йөклөлөк барышына электрон системала тулы мониторинг үткәрергә “онотоуҙары” асыҡлана.

– Медицинаның был өлкәһен­дә­ге хеҙ­мәтләндереү кимәле тура­һында демография күрһәткестәренә ҡарап та фекер йөрөтөргә була, – ти Динара Ғәшимова. – Улар барлыҡ сәбәптәр буйынса үлем осраҡтарына, үле тыуған сабыйҙар һанына, йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәре арҡа­һында донъянан китеүгә ҡайтып ҡала. Яңы тыуған сабыйҙарҙың үлеме республикала быйылғы ун айҙа һәр тыуған мең балаға ҡарата 6,6 осраҡ тәшкил итте, ә план күрһәткесе буйынса был хәл 5,2-нән ашырға тейеш түгел ине.

Ташламалы хаҡҡа хоҡуҡ бар

Төбәк органы ташламалы хаҡҡа дарыу алырға хоҡуҡлы булған граждандарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифатын да даими тикшереп тора. Халыҡтың был төр ҡатламын Динара Тимербай ҡыҙы “иң проблемалы категория” тип атаны, сөнки ауыр сирле­ләрҙе тейешле дарыу менән ваҡытында тәьмин итеү еңел түгел, етмәһә, хаҡын да арзаныраҡ итергә бурыслыбыҙ. Был төр ауырыуҙарҙы һуңғы осорҙа федераль льготасылар категорияһынан төбәк катего­рияһына күсереү ҙә урындағы медицина тәьминәте ойошмаларының бурысын арттыра төшә. Дарыу хаҡтарына дәүләт көйләүе лә үҙ көсөндә булырға тейешле, сөнки ҡайһы бер етеш­тереүселәрҙең теге йәки был препаратты, хаҡы “ҡыҙыҡ булмай” башлау сәбәпле, сығарыуҙан туҡтатыу осраҡтары ла билдәле. Был йәһәттән дәүләт органдарына эш күп тура килә һәм шулай булырға тейеш тә.

2018 йылда беҙҙең республикала дарыуҙы ташламалы хаҡҡа һатып алырға мөмкин булған 63 мең кеше иҫәпләнһә, быйыл ундай­ҙар һаны 74 меңгә етте, ә киләһе йылда улар 82 мең тәшкил итер тип күҙаллана. Уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү ҡаҙна өсөн 1 миллиард 200 миллион һумдан ашыуыраҡҡа төшәсәк.

Динара Тимербай ҡыҙы, был төр граждандарҙы ташламалы хаҡҡа да­рыуҙар менән тәьмин итеү өсөн тейешле ойошмалар бөтә сара­ларҙы күрергә бурыслы, тип белдерҙе.

Һәр дарыуға ла ышанырға ярамай

Бынан тыш, ошо ике йылда насар сифатлы дарыуҙарҙы әйләнештән алыу буйынса ла байтаҡ сара күрелгән. Былтыр, мәҫәлән, күҙәтеү органдары республикала ҡулланыуға яраҡһыҙ тип табылған 200 мең ҡап дарыу препаратын тартып алырға мәжбүр булған. Әммә шуныһы ла бар: байтаҡ дарыу саралары Ҡытайҙан, Ирандан һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙән интернет аша таратыла һәм, тәбиғи, уларҙың сифатын аныҡ ҡына билдәләп өлгөрөү мөмкин түгел, шуға күрә был осраҡта һаҡ булырға кәңәш ителә. Төбәк органы етәксеһе раҫлауынса, теркәлмәгән дарыу саралары айырыуса Сибай һәм Нефтекама ҡала­ларында, Әлшәй, Благовар, Мәләүез, Миәкә һәм Тәтешле райондарында күп теркәлгән.

Бер юлы һауыҡтырыу һөҙөмтәһе күҙә­телмәгән дарыуҙарға мониторинг та үткә­релә. Төбәк органы һуңғы ике йылда ғына ла ошондай дарыуҙар тураһындағы 1056 белдереү сығарған. Дарыуҙың фармацевтика предприятиеһынан ҡулланыусыға тиклем юлын күҙәтеүгә алыу маҡсатында киләһе йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә дарыу сараларын маркировкалау, йәғни тамға ҡуйыу индереләсәк. Был процедураны үтмәгән ойошмалар киләһе йыл башынан алып дарыу етештерергә, һатып алырға һәм һатырға хоҡуғын юғалтасаҡ.

Ҡулланыу сифаты насар әйберҙәр була

Дауалау барышын медицина әйберҙә­ренән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел һәм уларҙың сифатына ла, дарыуҙар­ҙыҡы кеүек үк, ҡаты талап ҡуйыла. Быйылғы ун айҙа ғына ла Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Баш­ҡортостан буйынса төбәк органы сифатһыҙ медицина әйберҙәрен әйләнештән алыу буйынса ике меңдән ашыу ҡарар сығарған. Был ҡайһы саҡ хатта ҡатмарлы техникаға ла ҡағыла: быйыл ғына ла күҙәтеүселәр бер дауалау учреждениеһындағы ике компьютер томографын яраҡһыҙ тип тапҡан, учреждениеға уларҙы һүтеп алырға ҡушылған.

– Яраҡһыҙ йәки ҡулланыу сифаты насар тип табылған әйберҙәр хирургия өлкәһендә, гинекология һәм башҡа дауалау тармаҡта­рында ла йыш асыҡлана, тимәк, яҡын килә­сәктә медицина тауарҙарына тамға ҡуйыуҙы ғәмәлгә ашырырҙар тип күҙаллайбыҙ, – ти етәксе.

Бында ла барыһын кадрҙар хәл итә

Рәсәйҙең 55 төбәгендә дауалау учреждениеларында эшләгән медицина хеҙмәт­кәрҙәре һаны кәмей, Башҡортостанда иһә был күрһәткес һуңғы осорҙа яҡшыра төштө. Йәш белгестәрҙән һәм ситтән килгән табиптарҙан тыш, әлеге осорҙа шәхси клиникаларҙа эшләгән белгестәрҙең дәүләт медицина учреждениеларына күсә башлауы ла күҙәтелә. Тимәк, эш хаҡы һәм хеҙмәт шарттары дәүләт ойошмалары шәхси фирмаларҙыҡы менән бер сама була бара йәки хатта уҙа. Быйылғы ун айҙа ғына ла тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өлкәһенә 347 табип килгән.

Шулай ҙа был йүнәлештә кадр­ҙар проблемаһы тағы ла әүҙемерәк эшләүҙе талап итә: республикала медицина учреждениеларын табиптар һәм башҡа хеҙмәт­кәрҙәр менән тәьмин итеү 35, 7 процент ҡына тәшкил итә. Рәсәй буйынса был күр­һәткес – 35,4 процент. Медицина белгес­тәрен әҙерләү, халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтары менән сағыштырғанда, ҡатмар­лыраҡ икәне билдәле – уларҙың теоретик белем алыуы ғына етмәй, ә кеше һаулығы һәм ғүмере тураһында ҡайғыртыу кеүек үтә яуаплы эш урынында намыҫлы, фиҙакәр булырға әҙерлеге лә талап ителә.

Ирина КОНОНОВА, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары:
– Һуңғы биш йылда медицина ярҙамы алырға теләүселәр һаны бер ярым тапҡырға артты: 2014 йылда бындай мөрәжәғәттәр һаны 11,6 миллион булһа, былтыр ошо күрһәткес 17,9 миллионға етте. Быйыл пациенттар табипҡа ҡабул итеүгә айына уртаса өс миллион тапҡырҙан ашыу яҙылған. Табипҡа, билдәле булыуынса, хәҙер биш ысул менән яҙылырға мөмкин – поликлиниканың регистратураһында, табипҡа ингәндә уның мәғлүмәт системаһы аша, интернетта, мәғлүмәт киоскында һәм 13-01 телефоны буйынса.

Табипҡа яҙылыу структураһы үҙгәрә бара: регистратура аша яҙылырға теләгәндәр кәмей, интернет аша арта, һуңғыһы, белеүебеҙсә, тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә яҙылыу мөмкинлеге бирә. Был ысул электрон сиратҡа баҫыу форсатын да тыуҙыра.

Шулай уҡ республика халҡы үҙенә кәрәкле белгескә яҙылып булмау тураһындағы ялыуҙар менән дә йыш мөрәжәғәт итә. Бының сәбәптәре: кадрҙар етешмәй, медицина ойошмаһының эше дөрөҫ планлаштырылмай, учреждение хеҙмәткәрҙәренең яңы ысул буйынса эшләй башлауға “ҡаршылашыуы”. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында беҙ “Табипта ҡабул ителеүгә яҙылыу” тип аталған контроль төркөмө төҙөнөк һәм ул көндәлек ныҡышмалы эш алып бара.
Читайте нас в