– Бөгөнгә республика буйынса 3 491, ә Өфөлә 917 подъезд тулыһынса ремонтланды, – ти “Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы”ның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Олег Койда. – Республика буйынса алғанда – 907, ә баш ҡалала 307 подъезда ремонт эштәре бара. Тимәк, планда ҡаралған күләм тулыһынса әҙер йәки эшләнеү өҫтөндә.
Матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, йыл уртаһында бюл ҡуйылған артта ҡалыу бөтөрөлгән, бар эш графикка ярашлы бара. Заказ үҙен ышаныслы итеп күрһәткән төҙөлөш ойошмаларына ғына бирелә, улар эш барышын да бөхтә һәм еренә еткереп үтәй, халыҡтан ялыуҙар туҡтаны. Подрядсыларҙың киләһе йылға эш күләме ҙур ғына: Башҡортостан буйынса 3 382 подъезды матурайтыу ҡаралған. Ә 2020 – 2024 йылдарҙа барлығы 20 мең подъезд күркәм төҫ аласаҡ.
Фото: “Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы”ның матбуғат хеҙмәтенән.