Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Декабрь 2019, 19:00

Кредит алыу шарттары үҙгәрҙе

Быйыл көҙҙән бөтә банктар һәм микрофинанс ойошмалары кредитты яңы ҡағиҙәләр буйынса бирә башланы. Хәҙер, кешенең килеменән тыш, “бурыс йөкләмәһе күрһәткесе” — уның дөйөм килемендәге барлыҡ кредиттары (шул иҫәптән ул дәғүә иткән) буйынса түләүҙәр өлөшө иҫәпкә алына.

Быйыл көҙҙән бөтә банктар һәм микрофинанс ойошмалары кредитты яңы ҡағиҙәләр буйынса бирә башланы. Хәҙер, кешенең килеменән тыш, “бурыс йөкләмәһе күрһәткесе” — уның дөйөм килемендәге барлыҡ кредиттары (шул иҫәптән ул дәғүә иткән) буйынса түләүҙәр өлөшө иҫәпкә алына.

Әгәр килемдең яртыһынан ашыуы кредит һәм займ түләүгә китә икән, бурыс йөкләмәһе күрһәткесе юғары тип һанала. Был хәүефле, сөнки аҙ ғына финанс ауырлыҡтары килеп тыуһа, кешенең, түләй алмайынса, бурыс һаҙлығына батыуы ихтимал. Ә банк өсөн был иҡтисади зыян күрә башлауҙы аңлата.

Рәсәй банкының республика бүлексәһе матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл башынан банктар Башҡортостанда йәшәүселәргә 258,6 миллиард һумлыҡ кредит биргән. Был, уҙған йылдың ошо осорона ҡарағанда, 14 процентҡа күберәк. Тағы 463,8 миллиарды – элекке йылдарҙан ҡалған бурыс. Шул сумманың яртыһынан ашыуы — ҡулланыусылар кредиты.

Аналитиктар билдәләүенсә, хәҙер ваҡытында түләмәүселәр өлөшө кәмей, йәғни халыҡ бурысҡа аҡса алыр алдынан ныҡлап уйлай. Ә бурыс үҙе ғәйәт ҙур сумманы тәшкил итә: бөгөн Рәсәй халҡының банктарға кисектерелмәгән бурысы ғына ла 14 триллион һумдан ашҡан. Табыш артынан ҡыуып, күп кенә банктар кредит алыу һәм түләү буйынса шарттарҙы ҡатыраҡ итә бара. Хатта намыҫлы түләп барыусылар өсөн дә улар йыш ҡына еңелдән булмай. “Кешенекен ваҡытлыса алаһың да үҙеңдекен бөтөнләйгә бирәһең” – боронғоларҙың бурысҡа алыу тураһында шулай тип әйткәнен онотмайыҡ.
Читайте нас в