Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Декабрь 2019, 11:05

“Мәҙәниәт” милли проекты: Ҡыйғыла кинозал асылды

Ошо көндәрҙә Үрге Ҡыйғы ауылында яңыртылған заманса “ҠыйғыCinema” кинозалы асылды. Район халҡын яңы ғаилә ялы үҙәге асылыу менән хакимиәт башлығы Шамил Мөхәмәтдинов, Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының кино фондын һаҡлаусы, журналист Тимур Йосопов, “Башкиновидеопрокат” ветерандары ҡотланы.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә Үрге Ҡыйғы ауылында яңыртылған заманса “ҠыйғыCinema” кинозалы асылды. Район халҡын яңы ғаилә ялы үҙәге асылыу менән хакимиәт башлығы Шамил Мөхәмәтдинов, Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының кино фондын һаҡлаусы, журналист Тимур Йосопов, “Башкиновидеопрокат” ветерандары ҡотланы.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Кино фонды 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән биләмәләрҙәге кинозалдарға булышлыҡ итеү буйынса конкурс үткәрҙе. Уның йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан ун кинозал еңеүсе тип танылды, шул иҫәптән Ҡыйғы кинозалы.
Илдар Шәрәфетдинов әйтеүенсә, тамашасылар яңы залда кино күрһәтеү сифатына баһа биреп тә өлгөргән. Яңы объектҡа атаманы урындағы халыҡ үҙе һайлаған.
Читайте нас: