Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Декабрь 2019, 12:25

Учалы ҡатын-ҡыҙҙарына – Республика Башлығы бүләге

Учалы үҙәк дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы ҡорамал алынды. Уның хаҡы 13,3 миллион һум тәшкил итә.

Учалы үҙәк дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы ҡорамал алынды. Уның хаҡы 13,3 миллион һум тәшкил итә.
Төбәгебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген хәстәрләүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленгәне мәғлүм. Республика етәксеһе Радий Хәбиров апрель айында Учалыла булғанында, район халҡы маммограф аппараты һорағайны.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Кисә районға «Маммо-РП» рентгеномаммографик автоматлаштырылған аппараты ҡайтартылды.
Заманса ҡоролма ҡатын-ҡыҙҙарға күкрәк патологияһын, яман шеште башланғыс стадияларында асыҡларға мөмкинселек бирәсәк.
Маммограф Мәскәү өлкәһендә етештерелгән. Яңы йыл байрамдарынан һуң, “Ренгенпром” йәмғиәте белгестәре Учалыға килеп аппаратты ҡороу менән, ул тулы көскә эшләй башлаясаҡ.
Читайте нас в