Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Декабрь 2019, 12:25

Владимир Путин өсөн уңайһыҙ һорауҙар юҡ

Дәүләт башлығы 4 сәғәт 18 минут дауамында 71 һорауға яуап бирҙе.Уҙған аҙнала дәүләт башлығы Владимир Путиндың традицион ҙур матбуғат конференцияһы үтте. Был мөһим сара Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә ойошторолдо. Һәр ваҡыттағыса, ул донъя һәм ил кимәлендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Дәүләт башлығы 4 сәғәт 18 минут дауамында 71 һорауға яуап бирҙе.

Уҙған аҙнала дәүләт башлығы Владимир Путиндың традицион ҙур матбуғат конференцияһы үтте. Был мөһим сара Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә ойошторолдо. Һәр ваҡыттағыса, ул донъя һәм ил кимәлендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Ул йыл һайын рекорд ҡуя

Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл конференцияға журналистарҙың рекордлы һаны аккредитация үткән – 1895 кеше. Әйткәндәй, былтырғыһы ла хәбәрселәр һаны буйынса рекорд ҡуйғайны, унда 1702 кеше ҡатнашты. Күренеүенсә, был сәйәси сараға, 15-се тапҡыр үткәрелһә лә, ҡыҙыҡһыныу бер ҙә кәмемәй, киреһенсә, үҫә генә.

Ғәҙәт буйынса, Владимир Путиндың матбуғат конференциялары бер нисә сәғәт дауам итә. Мәҫәлән, былтыр ул журналистар менән 3 сәғәт 43 минут аралашып, 61 һорауға яуап биргәйне. Аналитиктар шуны ла һанаған, дөйөм алғанда унда Владимир Владимирович 16677 һүҙ әйткән. Рекордтарға туҡтап, тағы шуны әйтке килә: конферен­цияларҙың иң ҡыҫҡаһы 1 сәғәт 35 минут дауам итһә (беренсеһе), иң оҙоно 2008 йылда булған. Унда дәүләт башлығы 4 сәғәт 40 минут буйы журналистар менән аралашҡайны.

Быйылғыһына килгәндә, ул рекордҡа саҡ ҡына етмәне, 4 сәғәт 18 минут дауам итте. Дәүләт башлығы 71 һорауға яуап бирҙе.
Һорауҙарға килгәндә, улар, ҡағиҙә булараҡ, йәшәйешебеҙҙең барлыҡ өлкәләренә лә ҡағыла. Рәсәйҙең эске һәм тышҡы сәйәсәтенә ҡағылыш­лылары күп. Шулай уҡ Владимир Путиндың шәхси тормошона бәйлеләре лә бар.
Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, Владимир Путин был конферен­цияларға кәмендә өс көн дауамында әҙерләнә. Уның хәтере феноменаль, шуға күрә ул күп һорауҙарға ҡағыҙға ҡарамай яуап бирә.

Башҡортостан хәбәрсеһе лә һорау бирҙе

Журналистар илдең бөтә төбәктәренән килә, шулай уҡ сит илдекеләр ҙә байтаҡ була. Быйыл Башҡортостандан унда “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин да ҡатнашты. Ул Владимир Путинға һорау биреүгә өлгәште. Уның һорауы эскелеккә ҡаршы көрәшкә бәйле ине. Азат һорау биреп кенә ҡалманы, ә был йәһәттән республикала башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.

“Быйыл Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы эксперимент башланды: сығарылыш кисәләре, “Һуңғы ҡыңғы­рау”, төрлө халыҡ байрамдары ваҡы­тында спиртлы эсемлектәр һатылмай. Быйыл республика депутаттары Яңы йыл байрамдарында ла алкоголь менән сауҙа итеүҙе сикләне. Бынан тыш, законһыҙ рәүештә хәмер һатыусыларға ҡаршы көрәш иғлан ителде – йәшереп һатыусылар тураһында мәғлүмәт өсөн аҡса түләнәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, бындай саралар арҡаһында йөҙәрләгән кешенең ғүмере һаҡланып ҡалынған.

Әммә ил буйынса алкоголдән үлеүселәр һаны күбәйә. Тыйыуҙар, штрафтар тейешле һөҙөмтә бирмәй. Һеҙҙеңсә, федераль кимәлдә ниндәй һөҙөмтәле саралар күрергә була?” – тине ул.

“Бындай саралар күрелә. Алкоголгә ҡаршы кампаниялар һуңғы йылдарҙа күп үткәрелә – халыҡ быны, бәлки, тоймайҙыр ҙа. Күптән түгел Сочи ҡалаһында немец эшҡыуарҙары менән осраштыҡ. Германиялағыға ҡарағанда, беҙҙә алкоголде аҙыраҡ ҡулланалар икән. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй халҡының уртаса ғүмер оҙонлоғо артыуы сәләмәт йәшәү рәүеше менән бәйле. Административ саралар күреү зыян түгел, әммә “полиция алымдары”н ҡулланмай, һағыраҡ эш итеү мөһим. Кешеләргә һайлау хоҡуғы биреү кәрәк, мәҫәлән, аҙ градуслы шараптар. Бында уйланырға урын бар”, – тине Владимир Путин.

Яңы йыл һәм Конституция тураһында

Ҙур матбуғат конференцияһында бирелгән һорауҙар һәр ваҡыттағыса төрлөлөгө менән айырылып торҙо. Көнүҙәк һорауҙарҙың береһе 31 декабрь көнөнә бәйле булды. Ял итәбеҙме был көндө, юҡмы?

Ысынлап та, был мәсьәлә әлеге ваҡытта күптәрҙе борсой. Айырыуса байрам табынын әҙерләүсе ҡатын-ҡыҙҙы.
“Life” баҫмаһы журналисы билдәләүенсә, 31 декабрҙә бер кем дә йүнләп эшләмәй. Бынан тыш, әгәр был көндө ял тип иғлан итһә, ирҙәре байрам көнөндә өйҙә булған ҡатын-ҡыҙҙар Путинға “рәхмәт” әйтәсәк.

– Әгәр ҡатындарығыҙ һеҙгә “рәхмәт” әйтһә, был күпкә яҡшыраҡ буласаҡ. Был көндө ял итеү логикаға ярашлы эш. Тик быны нисек эшләргә һәм әле эшләү кәрәкме – мин белмәйем. Ҡайһы бер эш биреүселәр 31-ен ял тип иғлан итте. Мин быны хуплайым ғына. Ял көнө эшләп, 31-е ял итергә – шулай уҡ рөхсәт. Был мәсьәләне тыныс ҡына анализларға кәрәк, бер кемгә лә зыян килмәһен өсөн. Беҙ был турала уйларбыҙ, – тине Владимир Путин.

Ҙур матбуғат конференцияһында Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Конституцияһында президентлыҡ срогы тураһындағы статьяла “рәттән” тигән һүҙ хатаһын алып ташлау мөмкинлеген билдәләне.

“Конституцияға килгәндә, ул – тере инструмент, йәмғиәттең үҫеш кимәленә тап килергә тейеш. Минеңсә, беҙгә Төп Законды үҙгәртергә, яңыһын ҡабул итергә кәрәкмәй, сөнки унда беҙгә кәрәкле, аныҡ билдәләнгән фундаменталь нәмәләр бар. Улар беренсе бүлектә тупланған. Был нигеҙҙәр, минеңсә, тейелгеһеҙ”, – тине Президент.

Башҡа бүлектәрҙе, Владимир Путиндың фекеренсә, үҙгәртергә мөмкин. “Әле ошоға ҡағылышлы төрлө бәхәстәр бара. Тәҡдим индергән кешеләрҙең логикаһын аңлайым. Был, Президенттың, Хөкүмәттең өҫтөнлөк­тәрен бер аҙ үҙгәртеп, парламенттың хоҡуғын киңәйтеүгә бәйле. Әммә бындай ғәмәлде яҡшы әҙерләп, йәмғиәттә төплө тикшергәндән һуң ғына баш­ҡарырға кәрәк”, – тине дәүләт етәксеһе.

Бер үк ваҡытта Владимир Владимирович президентлыҡ срогы тураһындағы статьяла “рәттән” тигән һүҙҙе алып ташлау ихтималлығын белдерҙе. Рәсәй Конституцияһының дүртенсе бүлегендәге 81-се статьяның 3-сө пунктында бер үк кешенең Президент вазифаһын рәттән ике сроктан күберәк биләй алмауы тураһында әйтелә.

“Ул көндәрҙе мәңге онотмам”

Алдан әйтеп китеүебеҙсә, һорауҙар бик күп булды. Медицина, пенсиялар, социаль яҡлау, эш хаҡтары, эске һәм тышҡы сәйәсәт, илдең иҡтисады, интернет, айырым төбәктәр, айырым ҡалалар, айырым кешеләр яҙмыштары, шәхси һорауҙар. Эйе, Владимир Путинға һәр ваҡыттағыса бирелгән һорауҙар төрлө. Ул һәр береһенә яуап бирҙе.

Мәҫәлән, ул, илдә башҡаса пенсия реформаһы көтөлмәй, тине.
– Властарҙың был йәһәттән пландары юҡ. Бөтә кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителгән һәм закон менән нығытылған, Кремлдә лә, Хөкүмәттә лә яңы бер нәмә лә ҡаралмай. Финанс министр­лығының был өлкәләге пландары ни бары пенсияның тупланма өлөшөнә генә бәйле, – ти ул.

Дарыуҙарға бәйле фекерен белдереп, Владимир Путин, һирәк осрай торған – орфан сирҙәр менән ауырығандарҙы дарыуһыҙ ҡалдырырға ярамай, тип әйтте. “Уларға кәрәк булған импортлы медикаменттарҙы теркәү кәрәк. Был дарыуҙар иң ҡиммәтлеһе һәм юғары кимәлдәге дотацияны талап итә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй препа­рат­тарының сифаты ла етәрлек кимәлдә юғары. Ватан етештереүсеһенә лә ярҙам кәрәк. Тик был мәсьәләгә “нескә” ҡарарға кәрәк”, – ти ул.

Владимир Путин билдәләүенсә, уның өсөн Президент булған осорон­дағы иң ауыр мәлдәр Бесландағы һәм Мәскәүҙә Дубровкалағы театр үҙәген­дәге теракттар булған. “Мин ул тра­гедияларҙы бер ҡасан да онотмая­саҡмын”, – тине ул.
Ә уның вазифала булған осорон­дағы иң мөһим һөҙөмтәне Владимир Владимирович, тотороҡлолоҡ, тип билдәләне. “Беҙҙә эске тотороҡлолоҡ барлыҡҡа килде, илебеҙ артабан да үҫешәсәк тигән ышаныс тыуҙы. Был, моғайын, иң мөһимелер. Иҡтисад төптө үҙгәрҙе”, – тине ул.

Читайте нас в