Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Декабрь 2019, 18:10

1 ғинуарҙа нимә эшләргә ярамай?

Яңы йылда бай, иркен йәшәү өсөн ниндәй үҙенсәлектәргә иғтибар итергә? Астрологтарҙың кәңәштәренә күҙ һалайыҡ әле.

1. Яңы йылды ғаиләгеҙ йә иһә яҡын туғандарығыҙ менән ҡаршылағыҙ.
2. Өҫтәл өҫтөндәге япма аҡ төҫтә булһын, уңыш килтерер.
3. Ғаиләгеҙҙе тағы ла берләштергегеҙ килһә, табын өҫтәленең аяҡтарын еп менән бер-береһенә бәйләгеҙ.
4. 1 ғинуарҙа һауыт-һаба йыумағыҙ, юғиһә байлыҡты "йыуып" төшөрөрһөгөҙ.
5. Өҫтәлдә ватыҡ, сатнаған һауыт-һаба булмаһын.
6. Йыл буйына бай йәшәгегеҙ килһә, өҫтәлегеҙ ризыҡтан һығылып торһон. "Сысҡан" ризыҡ күп булған ерҙе ярата.
Читайте нас в