Эйлестан
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Декабрь 2019, 16:55
Ҡағыҙ бланктарҙы планшеттар алмаштыра
Премьер-министр Дмитрий Медведев Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу буйынса ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: халыҡ иҫәбен алыу бөтә илдә – 1-31 октябрҙә, ә барырға юлы ҡыйын булған ерҙәрҙә 1 апрелдән 20 декабргә тиклем үтәсәк.
Премьер-министр Дмитрий Медведев Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу буйынса ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: халыҡ иҫәбен алыу бөтә илдә – 1-31 октябрҙә, ә барырға юлы ҡыйын булған ерҙәрҙә 1 апрелдән 20 декабргә тиклем үтәсәк.
2020 йылда иҫәп алыуҙа тәүге тапҡыр IT-технологиялар ҡулланыласаҡ.
gosuslugi.ru
порталында рәсми теркәлгән һәр кем иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙ аллы тултыра ала, иҫәп алыусылар өйҙәр буйынса планшеттар менән йөрөйәсәк.
Граждандарҙың ҡайһы бер категориялары өсөн профилле министрлыҡтар, ведомстволар яуап бирәсәк. Мәҫәлән, хәрбиҙәр, уларҙың ғаилә ағзалары, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, милли гвардия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр, ябыҡ ҡаласыҡтарҙа, хәрби частәрҙә йәшәүселәр өсөн Оборона министрлығы, Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, Рәсәй гвардияһы яуаплы, ә космонавтарҙы «Роскосмос» дәүләт корпорацияһы иҫәпләйәсәк.
Иҫәп алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре 2021 йылдың апрелендә донъя күрәсәк. Йомғаҡ 2022 йылдың дүртенсе кварталы аҙағында яһаласаҡ.
Читайте нас в