Илебеҙҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда төрлө милли проекттар араһында “Фән” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, педагогия фәндәре докторы Әлфис Ғаязовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был проект республикабыҙҙа ғалимдарға ҡытлыҡты бөтөрәсәк.
Бының өсөн учреждениеның ғилми-тикшеренеү базаһын яңыртыу һәм ғалимдарҙы комплекслы әҙерләү программаһы кәрәк.
– “Фән” милли проектын бойомға ашырыу өсөн өр яңы ғилми-тикшеренеү лабораторияһы төҙөү, фән менән шөғөлләнгән мәктәптәргә ярҙам итеү, шулай уҡ яҙмыштарын ғилми эштәргә арнағандарҙы дәртләндереү кеүек етди бурыстар ҡуйылған, – тип һөйләй Әлфис Суфиян улы.
“Фән” милли проекты сиктәрендә белем усағында “Инновацион альянс” тип аталған ғилми-белем үҙәген төҙөү буйынса эштәр алып барыла. Унда ғилми үҙәктәр, фәндәр академиялары, индустриаль партнерҙар һәм юғары уҡыу йорттары ҡатнаша.