Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Декабрь 2019, 11:45

Милли проект: камералар ҡайҙа ҡуйылған?

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы, быйыл республикала 45 километр яңы юл төҙөлгән һәм булғанының 2109 километры ремонтланған. Күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы, быйыл республикала 45 километр яңы юл төҙөлгән һәм булғанының 2109 километры ремонтланған. Күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.
Юл хужалығы комплексы эшенә һөҙөмтә яһап, ведомство етәксеһе яһалма ҡорамалдарға айырыуса ҙур иғтибар бүленеүен белдерҙе Шулай бер йыл эсендә 12 яңы күпер файҙаланыуға тапшырылған, 28-е ремонтланған. Комитет федераль программаға тағы 189 күпер һәм юл үткәргесте индереүгә ғариза тапшырған.
– Был – яңы программа. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хәлде һиҙелерлек төҙәтеү мөмкинлеген бирә. Айырыуса унда “тере” аҡса булыуы мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Эштең тағы бер мөһим йүнәлеше – граждандарҙың республика юлдарында хәүефһеҙ хәрәкәтләнеүен тәьмин итеү. Быйыл авариялар һанын кәметеүгә өлгәшелгән. Бында йәйәүлеләр юлын автоном яҡтыртыу системаһы менән ҡорамалландырыу, термопластик менән юл һыҙаттарын билдәләү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәүсе камералар ҡуйыу ҙа ярҙам иткән. Йыл аҙағына тиклем бындай камералар һаны 540-ҡа етәсәк, 2020 йылдың 1 майына уларҙың һаны 1000 булырға тейеш. Радий Фәрит улы белдереүенсә, яңы камералар тураһындағы мәғлүмәт киң матбуғат сараларында алдан уҡ яҡтыртылырға тейеш.
– Был водителдәр өсөн көтөлмәгән хәл булырға тейеш түгел. Беҙ комплекстарҙы водителгә һунар итеп кеҫә тултырыу өсөн түгел, ә уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн ҡуябыҙ. Шуға күрә ошо турала алдан хәбәр итеү мөһим, – тине төбәк етәксеһе.
Шулай итеп, һеҙҙең иғтибарға Өфөлә ҡуйылған камералар адрестарын тәҡдим итәбеҙ.
Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 30;
Октябрь проспекты, 25, 51-се электр бағанаһы (э\б);
Октябрь проспекты, 170;
С. Юлаев проспекты, 55 (аэропорт яғына);
С. Юлаев проспекты, 55 (Сипайлово яғына);
Менделеев урамы, 278 э\б;
Дим юлы, “Урман хужалығы” туҡталышы;
Сипайловская урамы, 11 (төньяҡҡа Трамвай урамы яғына); Сипайловская урамы, 48-се э\б (Сипайлово биҫтәһенә төшкән ер);
Жуков урамы, э\о 210 (С. Богородская урамы йүнәлешендә);
Трамвай урамы, 38-се э\б;
Зәки Вәлиди урамы, 7;
Зәки Вәлиди урамы, 41;
Бөрө тракты, 138-се э\б;
Базис аралығы, 1, 3-сө корпус +230 м;
Затон биҫтәһендәге урау юл, 1 км+150;
С. Юлаев проспекты 237-се э\б (аэропорт яғына);
Сипайловская урамы, 11 (Аҡбуҙат ип. яғына);
Интернациональ урамы, 25;
Дим йылғаһы аша күпер;
С. Агиш урамы, 4;
Пугачев урамы, 1в;
Менделеев урамы, 195;
“Тужиловка” туҡталышы (С. Юлаев проспекты яғына);
Өфө-Шаҡша юлы, Перспективная урамы, 157-се э\б;
Октябрь проспекты, 85;
Менделеев урамы, 160;
Менделеев урамы, 211-се э\б (“Башҡортостан” сауҙа үҙәге);
Затон шоссеһы, 5 км+950 м 154-се э\б;
С. Богородская урамы, 59;
С. Богородская урамы, 90-се э\б;
С. Богородская урамы, 112-се э\б;
Өфө – Жилино ауылы автоюлы, 114-се э\б (Пугачев урамы ҡаланан сығыу яғына);
Өфө – Жилино ауылы автоюлы, 249-сы э\б (Пугачев урамы ҡалаға инеү);
Өфө – Ырымбур юлы, 8 км көньяҡҡа;
Өфө – Ырымбур юлы, 8 км төньяҡҡа;
Өфө – Ырымбур юлы, 10 км+150 м төньяҡҡа;
Өфө – Ырымбур юлы, 15 км, төньяҡҡа;
Өфө – Ырыумбур юлы, 15 км, көньяҡҡа;
Өфө – Ырымбур юлы, 2 км, төнъяҡҡа;
Өфө – Ырымбур юлы 2 км, көньяҡҡа;
Өфө – Ырымбур юлы, 3 км, төньяҡҡа;
Өфө – Ырымбур юлы 3 км, көньяҡҡа;
Дим йылғаһы аша күпер, Дим биҫтәһендә;
Киров урамы, 43;
Беренсе Май урамы, 43, 89-сы э\б;
Пархоменко тыҡрығы, 14, 43-сө э\б;
Октябрь проспекты, 62, 120-се э\б;
Октябрь проспекты, 67, 151-се э\б;
Октябрь проспекты, 74, 146-сы э\б;
С. Юлаев проспекты, 30-сы э\б Көньяҡҡа;
Урман техникумы урамы, 31;
СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 13;
Әй урамы, 13;
Зәки Вәлиди урамы, 60, 88-се э\б;
Заки Вәлиди урымы, 73, 91-се э\б;
К. Маркс урамы, 12, 40-сы э\б;
К. Маркс урамы, 26, 72-се э\б,
К. Маркс урамы, 36, 102-се э\б;
К. Маркс урамы, “Яҡутов паркы” туҡталышы;
Кувыкин урамы, 100;
Маршал Жуков урамы, 1 15-се э\б;
Маршал Жуков урамы, 14, 82-се э\б;
Маршал Жуков урамы 15, к1;
Маршал Жуков урамы, 20, 122-се э\б;
Пархоменко урамы, 131а;
Перспективная урамы, 382-се э\б;
Р. Зорге урамы, 34
Российская урамы, 88;
Үҙәк урамы, 8, 11-се э\б;
Әй урамы 81, 23-сө э\б;
Шаҡша – Өфө юлы 247-се э\б;
Карпово – Өфө юлы, 181-се э\б ҡалаға ингән яҡ;
Дим юлы, 124-се э\б;
Дим юлы, 205-се э\б;
Аэропорт юлы, 50-се э\б;
Түбәнге дилегаттар урамы, 12 А;
Октябрь проспекты, 46;
Октябрь проспекты, 61;
Октябрь проспекты, 5 11-се э\б;
Октябрь проспекты, 393-сө э\б;
Октябрь проспекты, 182\1, 390-сы э\б;
Октябрь проспекты, 45;
Интернациональ урамы, 167;
Комсомол урамы, 147;
С. Богородская урамы, 66-сы э\б;
Үҙәк урам, 72-се э\б;
Өфө – Ырымбур юлы 10 км +150 м;
Нуғай шоссеһы, 180-се э\б;
Нуғай шоссеһы, 248-се э\б;
Бөрө тракты, 112-се э\б;
Тужиловка туҡталышы, Сипайлово биҫтәһендә;
Перспективная урамы, 157-се э\б;
Нуғай шоссеһы, 315-се э\б.
Читайте нас в