Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2019, 16:00

Башҡортостан башлығының тематик сәғәттәре Рәсәйҙә иң яҡшы төбәк тәжрибәһе тип танылды

Башҡортостан башлығының тематик (тармаҡ) сәғәттәре иң яҡшы төбәк тәжрибәһе тип танылды һәм «Киләсәк төбәге» номинацияһында (төбәк менән идара итеүҙә иң яҡшы тәжрибә) федераль премияға лайыҡ булды. Мәскәүҙә бүләкләү тантанаһында Радий Хәбировҡа премияны Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырҙы.

Башҡортостан башлығының тематик (тармаҡ) сәғәттәре иң яҡшы төбәк тәжрибәһе тип танылды һәм «Киләсәк төбәге» номинацияһында (төбәк менән идара итеүҙә иң яҡшы тәжрибә) федераль премияға лайыҡ булды. Мәскәүҙә бүләкләү тантанаһында Радий Хәбировҡа премияны Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырҙы. Башҡортостан менән бергә Ленинград һәм Төмән өлкәләре лә номинанттар иҫәбенә инде, ләкин республика ышаныслы рәүештә еңеү яуланы.
«Беҙ, субъект башлыҡтары, ысынлап та, үҙебеҙ нимәлер уйлап сығарырға тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ конкурентлы мөхиттә йәшәйбеҙ. Шуға ла беҙ — Татарстанға, ә ул беҙгә ҡараштырғылай. Беҙ Мәскәү өлкәһенән, Мәскәүҙән, Силәбенән, башҡа төбәктәрҙән өйрәнәбеҙ, — тип билдәләне Башҡортостан башлығы. — Бындай тактика ғәмәлгә ашырыла. Ләкин хәҙер ошо эште системаға һалыу мөмкинлеге бар».
Радий Хәбиров йылдан ашыу Башҡортостан хөкүмәтендә «Инвестиция сәғәте», «Туризм сәғәте», «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте», «Ҡала мөхите сәғәте», «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте», «Мәғариф сәғәте», шулай уҡ «Етәксе сәғәте» кеүек тематик кәңәшмәләр үткәрә. Улар теге йәки был тармаҡтағы киҫкен мәсьәләләргә иғтибарҙы тупларға, ҡыҙыҡһыныу белдергән яҡтарҙы йәлеп итеп, уларҙы комплекслы хәл итергә мөмкинлек бирә. Йыш ҡына көн тәртибенә республика халҡының мөрәжәғәттәрендә күтәрелгән темалар сығарыла.
Белешмә
Эксперт социаль тикшеренеүҙәр институты булдырған премия тәүгә тапшырыла һәм 10 номинацияны үҙ эсенә ала. Уның маҡсаты – Рәсәй төбәктәренең уңышлы, ыңғай социаль йоғонто яһаған тәжрибәләрен билдәләү.
Читайте нас в