Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2019, 18:30

Кремль шыршыһына барыу – ҙур бүләк!

Быйыл Кремлдә Яңы йыл шыршыһы 26 декабрҙә үтә. Башҡортостандан Мәскәүгә 140 кешенән торған делегация бара. Уларҙан 114 кеше 8-13 йәштәге уҡыусы һәм 28-е оҙатып барыусы (педиатрҙар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар).

Быйыл Кремлдә Яңы йыл шыршыһы 26 декабрҙә үтә. Башҡортостандан Мәскәүгә 140 кешенән торған делегация бара. Уларҙан 114 кеше 8-13 йәштәге уҡыусы һәм 28-е оҙатып барыусы (педиатрҙар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар). Юлламалар уҡыу алдынғыларына, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа еңеүселәргә, активистарға – Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте лидерҙарына бирелде. Бынан тыш, төп яңы йыл тантанаһына күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, хәрби хәрәкәт ветерандарының балалары бара.
Дәүләт Кремль һарайында уҙасаҡ дөйөм Рәсәй яңы йыл шыршыһынан тыш, балалар өсөн Измайлов Кремле һәм башҡа урындар буйлап экскурсия ойошторола. Был сәфәргә аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә.
25 декабрҙә иртәнсәк делегация Мәскәүгә шыршы байрамына оса, 27 декабрҙә Өфөгә әйләнеп ҡайта, тип аңлаттылар Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылы мәктәбенән Фирҙәүес Мөхәмәтоваға ла Кремль шыршыһына барыу бәхете йылмайҙы. Фирҙәүес 6-сы класта уҡый. Ул “Илһам-2019” Халыҡ-ара йырсылар конкурсы, “Урал батыр-2019” республика конкурсы, “Башҡортостандың 100 шағиры-2018” әҙәби республика марафоны еңеүсеһе. Ул бер саранан да ситтә ҡалмай: матур тауышы, музыка ҡоралмадырнда оҫта уйнауы менән тамашасыны арбай, музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Уға артабан да тырыш, аҡыллы ҡыҙ булып ҡалырға, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас: