Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2019, 11:15

Ҡояш тотолоуын күрмәй ҡалмағыҙ!

26 декабрҙә быйыл өсөнсө һәм һуңғы тапҡыр ҡояш тотоласаҡ. Тәбиғәт торошо аяҙ булған хәлдә, һирәк осрай торған астрономик күренеште Башҡортостан халҡы ла күҙәтә аласаҡ.

26 декабрҙә быйыл өсөнсө һәм һуңғы тапҡыр ҡояш тотоласаҡ. Тәбиғәт торошо аяҙ булған хәлдә, һирәк осрай торған астрономик күренеште Башҡортостан халҡы ла күҙәтә аласаҡ.
- Быйыл 6 ғинуарҙа – өлөшләтә, 2 июлдә тотош ҡояш тотолоу күренеше теркәлһә лә, республикала уны күҙәтеп булманы. Иртәгәге тотолоу дүңгәләк формаһында буласаҡ һәм иң оҙағы 3 минут 40 секунд дауам итәсәк.
Ҡояш 09.39 минутта сығасаҡ һәм ғәҙәти булмағанса күренәсәк: дискыһының аҫҡы өлөшө “тешләнгән” булып тойолор. Ай ҡояш дискыһын 13 процентҡа ҡаплаясаҡ. Максималь тотолоу 09.43 сәғәттә теркәләсәк. Ҡара тап күҙ алдында бәләкәйләнеп, юҡҡа сығыр һәм ҡояш тотолоуы тамамланыр, - тип аңлаталар Өфө планетарийы хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас: