Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Декабрь 2019, 16:00

Яңы йыл төнөндә атмосфера процестарының әүҙемләшеүе көтөлә

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 31 декабрҙә көндөҙ һәм яңы йыл төнөндә Башҡортостан биләмәһенә төньяҡ циклон килә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 31 декабрҙә көндөҙ һәм яңы йыл төнөндә Башҡортостан биләмәһенә төньяҡ циклон килә.
«Атмосфера процестарының әүҙемләшеүе – ҡар яуыуы, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етеүе, юлдарҙың айырым участкаларына көрт һалыуы көтөлә. Ошо циклондың йылы секторында яңы йыл төнөндә -2,-8, яңы йылдың беренсе көнөндә 0,-2 градус була», — тип белдерҙеләр Башгидрометүҙәктә.
Шулай уҡ 2019 йылдың 26 декабренән алып 2020 йылдың 4 ғинуарына тиклем уртаса һауа температураһының ғәҙәти күрһәткестәрҙән 3-4 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә тип хәбәр ителә.
Читайте нас в