Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Декабрь 2019, 16:00

Ҡөрьән мәжлестәре менән башлайыҡ

Оҙайлы ял көндәре күркәм мәжлестәр үткәреү өсөн бик ҡулайлы. Мәғлүм ки, динебеҙҙә ҡунаҡ йыйыуға, аралашып йәшәүгә ҙур урын бүленә.

Оҙайлы ял көндәре күркәм мәжлестәр үткәреү өсөн бик ҡулайлы. Мәғлүм ки, динебеҙҙә ҡунаҡ йыйыуға, аралашып йәшәүгә ҙур урын бүленә.

“Ризыҡтың бәрәкәте – табаҡтағы ҡулдарҙың күплегендә”, – тигән мөбәрәк хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ. Ҡунаҡтың йортҡа ҡот-бә­рәкәт алып килеүе тураһында әйтемдәр ҙә байтаҡ. Табын янын­да йыйылышып һөйләшеү, фекер алышыу, хәл белешеү, уртаҡ маҡсаттар ҡороу ҙа алдағы көндәрҙе яҡты, һөҙөмтәле итер.

Йылды Ҡөрьән мәжлестәре менән башлау айырыуса мөһим. Был ғәмәлдең бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Беренсенән, яҡын кешеләр менән осра­шабыҙ. Был уңайҙан Пәйғәмбәребеҙ үҙе­нең мөбәрәк хәҙисендә: “Туғандар илә күрешеү ғүмергә ҙур бә­рә­кәт бирә”, – тигән. Икенсенән, йортобоҙға Ҡөрьән инә, уны нурға күмә. Өсөнсөнән, был мәжлес йомарт булыу зарурлығын аңғарта. Өҫтәүенә Ҡөрьән күңелебеҙгә инә, балаларыбыҙ, ту­ғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәр­хүмдәрҙең рухын яҡтырта... Эйе, изге ниәттә ҡылынған ғәмәлдең бәрәкәте икһеҙ-сикһеҙ.

“Ашағыҙ, эсегеҙ, саҙаҡа өләшегеҙ, ләкин исраф һәм тәкәб­берлек ҡушылма­һын”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Оҙайлы ял көндәрендә ошоно ла онотмаһаҡ ине. Һәр нәмәнең самаһын, ваҡыттың ҡәҙерен беләйек. Балаларыбыҙ ҙа ошо тәрбиәне күреп үҫһен.
Читайте нас в