Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Декабрь 2019, 14:30

Яңы йыл табынына салаттар

Табынға нимә әҙерләргә? Һәр байрам һәм иҫтәлекле көн алдынан була торған һорау был. Беҙҙең егәрле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ уға яуапты тиҙ таба. Шулай ҙа, Яңы йыл табынын тағы ла матурыраҡ, үҙенсәлеклерәк итеп ҡорғо килә бит әле. Баҡһаң, аҡ металл ҡомаҡ йылында өҫтәлгә нимә бар, шуны ҡуйырға мөмкин икән. Сөнки был йән эйәһе һайланып-нитеп тормай, ябайлыҡты, шул уҡ ваҡытта муллыҡты ярата.

Табынға нимә әҙерләргә? Һәр байрам һәм иҫтәлекле көн алдынан була торған һорау был. Беҙҙең егәрле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ уға яуапты тиҙ таба. Шулай ҙа, Яңы йыл табынын тағы ла матурыраҡ, үҙенсәлеклерәк итеп ҡорғо килә бит әле. Баҡһаң, аҡ металл ҡомаҡ йылында өҫтәлгә нимә бар, шуны ҡуйырға мөмкин икән. Сөнки был йән эйәһе һайланып-нитеп тормай, ябайлыҡты, шул уҡ ваҡытта муллыҡты ярата.
Табиптар ҡыш башынан уҡ иҫкәртә башланы: байрам табынына ашҡаҙанға ауыр булған ризыҡты ҡуймағыҙ, артыҡ ашамағыҙ, күберәк уйнағыҙ, күңел асығыҙ. Уларҙы ла тыңлайыҡ.
Шулай итеп, байрам табынына бер нисә рецепт.
“Бәрхәт” салат
Краб таяҡсалары – 240 г
“Мундир”ҙа бешкән картуф – 3–4 дана
Йомортҡа – 3
Кишер (бешмәгән) – 2
Ҡаты сыр – 200 г
Майонез – 250 г
Биҙәү өсөн ҡыҙыл ыуылдырыҡ

Был салат бик тиҙ әҙерләнә. Краб таяҡсаларын шаҡмаҡлап турарға, ә ҡалған ризыҡты эре ҡырғыста ҡырырға.
Ҡатлап һалырға: картуф – тоҙ – майонез – йомотҡалар – майонез – краб таяҡсалары – майонез – сыр – кишер – тоҙ.
Табынға ултырыр алдынан өс-дүрт сәғәт һыуытҡыста тоторға. Өҫтөн үҙегеҙ теләгәнсә йә ҡыҙыл ыуылдырыҡ менән биҙәй алаһығыҙ.

“Ынйы”
Кунжутлы түңәрәк ҡалас – 5
Ҡаласҡа самалап, тауыҡ ите
Кукуруз – 1 банка
Йомортҡа – 2
Һуған – 1/2 баш
Һарымһаҡ – 1 бүлкәт
Бүҙәнә йомортҡаһы – 5
Ҡыҙыл ыуылдырыҡ – 100 г
Майонез
Ҡалас өҫтө асылып торорлоҡ итеп ҡырҡырға. Ипләп кенә йомшағын алырға ла, майҙа ҡыҙҙырырға. Башҡа ингредиенттарҙы түбәндәгесә әҙерләргә: һуғанды ныҡ ваҡ итеп турарға, тауыҡ йомортҡаларын эре ҡырғыста ҡырырға, бешкән тауыҡ итен ваҡларға, кукуруздың һыуын һарҡытырға.
Артабан барыһын бергә ҡушып, тоҙлап, борослап, майонез менән бутарға. Ошо ҡатышманы ҡалас эсенә һалырға ла, уртаһына бешкән бүҙәнә йомортҡаһын ҡуйып, янына ыуылдырыҡ һалырға. Ҡабырсаҡ эсендә ынйы ятҡан һымаҡ булырға тейеш. Булканың өҫтөн ябылмаһын өсөн теш таҙартҡыс таяҡса менән нығытып ҡуйырға кәрәк.
Сыр рулеттары
Сыр (уңайлы булһын өсөн киҫелгәнен алырға) – 500 г.
Ветчина – 200 г.
Әҙ тоҙло балыҡ – 200 г.
Салями колбасаһы – 200 г.
Салямиҙы, ветчинаны, балыҡ филеһын йоҡа итеп ҡырҡырға, сырҙы ла йоҡа, әммә киң пластина итеп киҫергә, ҡырҡылғанын алһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
Һәр сыр йәймәһенең өҫтөнә өс эслектең береһен һайлап һалырға. Рулет итеп төргәс, туңдырғысҡа ҡуйып тороп, аҙаҡ порциялап киҫергә кәрәк. Табынға бирерҙән күпкә алда ҡырҡып ҡуйһағыҙ, һәйбәтерәк була.

“Картуфтан сәскә”
Картуф (эреһен һайлағыҙ) – 2 кг.
Һарымһаҡ – 10 г.
Иретелгән аҡ май – 40 мл.
Розмарин.
Тәмләткестәр, тоҙ.

Картуфты әрсеп, йоҡа ғына түңәрәктәргә киҫергә. Махсус ҡырғыс ҡулланырға ла була.
Форманы майларға ла шунда картуфтарҙы ҡулсалап, теҙергә. Роауза сәскәһе һымаҡ килеп сығырға тейеш. Ошо “сәскә”гә тәмләткестәр һалырға, ҡалған майҙы ҡойорға ла 50 – 80 минут самаһына 200 градус эҫелектәге духовкаға ултыртырға. Ваҡытын үҙегеҙ самалағыҙ. Сөнки бешеүе “сәскә”нең ҡалынлығына бәйле.

Бауырлы тарталетка
Тарталетка (татлы булмаһын) – бер ҡап.
Йомшаҡ сыр (сливочный) – 100 г.
20 процент ҡуйылыҡтағы һөт өҫтө (сливки) – 50 мл.
Тауыҡ бауыры – 200 г.
Самалап аҡ май.
Бер баш һуған.
Бер бүлкәт һарымһаҡ.

Майҙа бауырҙы ҡыҙҙырып алырға. Һуғанды – шаҡмаҡлап, һарымһаҡты йоҡа итеп киҫергә лә бауырға ҡушырға. Шунан блендерҙа ваҡларға. Бер аҙҙан сырҙы ҡушып, әйләндерергә. Артабан йылытылған сливкиҙы ла ҡушып, миксерҙа мусс хәленә еткәнсе туғырға. Был муссты махсус кондитер шыптырына һалып, тарталеткаларҙы тултырырға.
Тултырылған ҡара емеш
Ҡара емеш – эре һәм һөйәкһеҙҙән 15 бөртөк.
Ҡаты сыр – 85 г.
Йомортҡа – 1 дана.
Әстерхан сәтләүеге – 30 г.
Тәмләткес үлән (петрушка йәки укроп), тоҙ.
Бер бүлкәт һарымһаҡ.
Майонез.

Ҡара емеште 10 минутҡа ҡайнар һыуға һалып торорға. Был арала сәтләүекте ҡоро табала ҡыҙҙырып алырға ла ваҡларға. Уның өҫтөнә сырҙы, бешкән йомортҡаны ҡырып һалырға. Һарымһаҡты махсус ҡыҫҡыстан иҙеп төшөрөргә. Тәмләткес үлән ҡушырға һәм тоҙлап, ике-өс ҡалаҡ майонез һалып бутарға.
Ҡара емештең һыуын һарҡытып, ҡороторға. Һәр береһен уртаға ҡырҡып, асырға ла эслекте һалырға.


“Ҡар аҫтындағы ит” ҡабымлығы
Фарш (бик ҡоро булмаһын) – 1,6 кг.
Ит өсөн тәмләткес – 1 ҡалаҡ.
Кишер – 2, уртаса ҙурлыҡта.
Тоҙ, борос, йәшел үлән.
Панировка сохарыйы – 3 ҡалаҡ йәки 250 г икмәк.
Һуған – 4 баш.
Картуф – уртаса ҙурлыҡта, 9 дана.
Сыр – 150 г.
Ҡаймаҡ – 9 ҡалаҡ.

Фаршҡа блендерҙа ваҡланған һуғанды (бер аҙын ҡалдырырға) ҡушып, тоҙ, борос һәм сохарый өҫтәргә. Йәшел үлән һалырға мөмкин.
Массанан туғыҙ шар эшләп, табаға һалырға (пергамент түшәргә онотмағыҙ) һәм төбө тигеҙ булған оя формаһына килтерергә.
Ҡырғыста ҡырылған кишерҙе, ҡалған һуғанды майҙа ҡыҙҙырып алырға. Тоҙлап-борослап, ояларға һалырға.
Бешкән картуфты корейса кишер өсөн тәғәйенләнгән ҡырғыста ҡырып, тоҙлап, йәшелсәләр өҫтөнә һалырға. Иң өҫтән ҡырылған сыр һалырға.
Һәр “оя”ға ҡаймаҡ һөртөргә. 180 градус эҫелектәге духовкала (мейестә) бер сәғәт самаһы бешерергә. Әйткәндәй, ваҡытын үҙегеҙ самалағыҙ: әгәр ҙә матур төҫ инә икән, тимәк, ризыҡ әҙер.
Читайте нас в