- Алкоголде һатыу режимы үткән йылдарҙың криминал һәм медицина статистикаһынан сығып билдәләнде, - тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. - Мәғлүмәттәрҙе анализлағанда алкоголь менән ағыуланыуҙарҙың күп өлөшө 3 ғинуарға тура килеүен асыҡланыҡ. Эш бында суррогат менән ағыуланыуҙа түгел, ә эсемлекте күп ҡулланыуҙа. Ә һуңғы көндәрҙә алкоголь психозы, суицидтар, үлтерештәр күбәйгән. 4-6 ғинуарҙа алкоголь сәғәт 10-дан 14 сәғәткә тиклем һатыласаҡ.