Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2019, 18:00

Башлыҡ грантын кемдәр алды?

Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса 5 миллион һум күләмендәге Башҡортостан Башлығы гранттарын алған муниципалитеттарҙы атаны. Теҙмәлә Төньяҡ-көнсығыш райондарыла бар.

Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса 5 миллион һум күләмендәге Башҡортостан Башлығы гранттарын алған муниципалитеттарҙы атаны.
Был гранттарҙы быйыл тәүге тапҡыр булдырҙылар. Ул республиканың социаль-иҡтисади үҫешендә айырым йүнәлештәр буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә лайыҡ булған ҡала һәм райондарға тапшырыла. Биләмәләрҙе баһалаған саҡта,уларҙы өс төркөмгә бүлделәр: ҡала округтары, административ үҙәге ҡала булған райондар һәм ауыл райондары. Шулай итеп, бына еңеүселәр.
“Халыҡ менән иң яҡшы коммуникация” номинацияһында Стәрлетамаҡ, Благовещен һәм Иглин райондары, шулай уҡ Өфөнөң Октябрь районы;
“Инвестор менән диалог” номинацияһында Ағиҙел, Баймаҡ һәм Архангел райондары;
“Таҙа муниципалитет” номинацияһында Октябрьский, Туймазы һәм Илеш райондары;
“Сәләмәт муниципалитет” номинацияһында Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондары;
“Уңайлы ауыл” номинацияһында Учалы һәм Балтас райондары еңде.
Бынан тыш, федераль ҡануниәткә ярашлы 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге лә баһаланды.
Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса грантҡа Күмертау ҡалаһы, Бәләбәй, Яңауыл, Өфө, Борай, Мишкә, Нуриман, Мәсетле һәм Ғафури райондары лайыҡ булды.
Дөйөм приз фонды 75 миллион һум тәшкил итте. Гранттар биләмәләр араһында уларҙың комплекслы баһа рейтингына ҡарап бүленәсәк. Аҡсаны урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтеү планлаштырыла.
Сегодня, 30 декабря, на еженедельном оперативном совещании в Правительстве республики руководитель региона Радий Хабиров назвал муниципалитеты, которые по итогам 2019 года получат гранты Главы Башкортостана в размере 5 млн рублей.
Гранты впервые учреждены в этом году. Они вручаются городам и районам, достигшим наилучших результатов по отдельным направлениям социально-экономического развития республики. При рейтинговании территории были распределены по трем группам: городские округа, районы с административным центром — городом и сельские районы.
В номинации «Лучшая коммуникация с жителями» победителями признаны Стерлитамак, Благовещенский и Иглинский районы, а также Октябрьский район Уфы.
В номинации «Диалог с инвестором» лучшими стали Агидель, Баймакский и Архангельский районы.
В номинации «Чистый муниципалитет» грантов удостоены город Октябрьский, Туймазинский и Илишевский районы.
В номинации «Здоровый муниципалитет» победу одержали Салават, Стерлитамакский и Бурзянский районы.
В номинации «Комфортное село» гранты получат Учалинский и Балтачевский районы.
Кроме того, в соответствии с федеральным законодательством оценивалась эффективность деятельности органов местного самоуправления по итогам 2018 года. По итогам проведенного мониторинга гранты за достижение наилучших значений показателей получат город Кумертау, Белебеевский, Янаульский, Уфимский, Бураевский, Мишкинский, Нуримановский, Мечетлинский и Гафурийский районы.
Общий призовой фонд составляет 75 млн рублей. Гранты будут распределены между территориями в зависимости от их рейтинга по комплексной оценке. Их планируется направить на решение вопросов местного значения.
Читайте нас в