“Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Дыуан ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Мәҙәниәт усағы республиканың 100 йыллығына арналған юбилей объекттары исемлегенә инде.
Уҙған йылда үҙәк республиканың адреслы инвестициялау программаһына индерелә, аукцион һөҙөмтәһендә тендерҙы Өфөнән “КапиталСтрой” ЯСЙ-һы еңә. Былтыр сентябрҙә башланған төҙөлөш быйыл тамамланды. Төҙөлөш һәм ҡулайламаларҙың дөйөм суммаһы – 90 млн һумдан ашыу, ике ҡатлы үҙәктең майҙаны – 3000 квадрат метр.
БР мәҙәниәт министры Ә. И. Шафиҡова һәм район хакимиәте башлығы Ф. Р. Мөхәмәҙиев тантаналы рәүештә таҫманы киҫкәс делегация өсөн экскурсия үткәрелде. Бинала һүрәт төшөрөү, биҙәү-ғәмәли сәнғәте, музыка һәм бейеү түңәрәктәре өсөн кабинеттар урынлашҡан. Иртәнән ҡыҙ һәм малайҙар музыка ҡоралдарында уйнаны – Музыка мәктәбендә репетициялар.
Тренеровка залында балалар ҙа, ололар ҙа күнекмәләр яһай – һәр йәш категорияһына айырым ҡорамалдар. Китапханала ҡыҙҙар үҙҙәренә кәркле китаптар эҙләһә, уҡыу залында Дыуан күп профилле колледжы студенттары шөғөлләнә. Китап фонды 20 меңдән ашыу экземпляр тәшкил иткән китапхана ла яңы бинаға күскән.
Артабан район артистары әҙерләгән байрам концерты уҙҙы. 300 кешегә иҫәпләнгән тамаша залы тулы ине. Бында концерт ҡына түгел, кино ла ҡарап буласаҡ. Бинала һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн дә тейешле шарттар тыуҙырылған. Урамда ял итеү урыны, туҡталҡа урынлашҡан.