Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2019, 10:45

Күптән көтөлгән бүләк

Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында 150 урынға тәғәйенләнгән мәҙәниәт усағы үҙ ишектәрен асты. Төҙөлөш “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарылған.

Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында 150 урынға тәғәйенләнгән мәҙәниәт усағы үҙ ишектәрен асты. Төҙөлөш “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарылған.
Яңы объектты асыу тантанаһында БР мәҙәниәт министры Ә. И. Шафиҡова, район хакимиәте башлығы Ш. Р. Мөхәмәтдинов, подрядсы ойошма вәкилдәре ҡатнашты.
Мәҙәниәт йортонда сәнғәт мәктәбенең филиалы, китапхана һәм музей урынлашҡан. Заманса тамаша залы кино күрһәтеүгә лә яраҡлаштырылып йыһазландырылған.
Сәнғәт мәктәбенең филиалында балалар фортепиано һәм бейеү сәнғәте йүнәлештәре буйынса белем аласаҡ.
Төҙөлөш быйыл июнь айында башланғайны. Проектың дөйөм суммаһы – 42 млн һум. Эштәрҙе “ГК ЛидерГрупп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт башҡарҙы.
Читайте нас в