Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Декабрь 2019, 16:00

Әфлисун һәм зәйтүн менән

Байрам көнөндә яҡындарығыҙҙы нимә бешереп ҡыуандырға уйлайһығыҙ? Ә духовкала тауыҡ итен әфлисун һәм зәйтүн менән әҙерләгәнегеҙ бармы? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Ял көнөндә яҡындарығыҙҙы нимә бешереп ҡыуандырға уйлайһығыҙ? Ә духовкала тауыҡ итен әфлисун һәм зәйтүн менән әҙерләгәнегеҙ бармы? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Уның өсөн беҙгә тауыҡтың янбаш өлөшө ите (800 грамм), бер баш һуған, 2-3 тырнаҡ һарымһаҡ, һөйәкһеҙ зәйтүн (100 грамм), ике әфлисун, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, бер сәй ҡалағы шәкәр, тоҙ, борос, тимьян тәмләткесе кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә итте йыуып киптерәбеҙ. Тоҙ һәм борос менән ыуабыҙ. Табала үҫемлек майында итте ике яҡлап 3-4 минут ҡурабыҙ.
Артабан һуғанды, һарымһаҡты таҙартып, ваҡлап турайбыҙ. Бер әфлисундың һутын һығабыҙ. Шунан тауыҡты табанан алабыҙ, һуғанды, һарымһаҡты ҡыҙҙырабыҙ. Уның өҫтөнә иттәрҙе кире һалабыҙ, әфлисун һутын, тимьян тәмләткесен өҫтәп ҡайнатабыҙ.
Мейесте 190 градусҡа тиклем йылытып, әҙерләгәнебеҙҙе табанан формаға һалып, 15 минут тирәһе бешерәбеҙ. Унан әфлисунды түңәрәкләп киҫеп тауыҡтың өҫтөнә теҙәбеҙ, зәйтүн өҫтәйбеҙ. Шәкәр һибеп, тағы ла 20 минут бешерәбеҙ.
Бына беҙ теләгән ризыҡ әҙер ҙә булды. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас в