Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Декабрь 2019, 20:00

Салатты күпме һаҡларға мөмкин?

Яңы йыл өҫтәлен салаттарһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, бигерәк тә “Оливье” төрөн эшләү ғәҙәткә һеңгән. Уларһыҙ өҫтәл йәмһеҙ кеүек.

Яңы йыл өҫтәлен салаттарһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, бигерәк тә “Оливье” төрөн эшләү ғәҙәткә һеңгән. Уларһыҙ өҫтәл йәмһеҙ кеүек.
Тик салаттың тиҙ боҙола торған аҙыҡ икәнен дә оноторға ярамай. Белгестәр уларҙы һаҡлауҙың ябай ҡағиҙәләре тураһында һөйләй. Салаттың ингредиенттарының һаҡлау срогы төрлөсә. Артып ҡалғанын һыуытҡыста 2-6 градус йылыла һаҡлау зарур.
*Сей йәшелсә, емеш, ит, ыҫланған аҙыҡ, бешкән йәшелсә менән салат һыуытҡыста 18 сәғәткә тиклем, ә майонез буталғанда – 12 сәғәт боҙолмай һаҡлана.
*Консерваланған йәшелсә, бешкән йомортҡа – 6 сәғәт.
*Диңгеҙ аҙығы – 12 сәғәт.
*Тоҙланған, маринадланған йәшелсәнән салат оҙағыраҡ - 36 сәғәткә тиклем ашарға яраҡлы.
Салатҡа өҫтәлгән майонез, ҡаймаҡ, соустар микроорганизмдар үрсеү процесын әүҙемләштерә генә, шунлыҡтан уларҙы ризыҡты өҫтәлгә бирер алдынан ғына бутарға кәрәк.
Читайте нас в